Өҫтөнлөк – иҡтисад ҡанундарына29.12.2015
– Йыл аҙағында үткән эшкә йомғаҡ яһау йолаһына ярашлы иркенләп һөйләшеп ултырайыҡ. Һеҙ – журналистар – күп ерҙә булған һәм күпте күргән халыҡ. – Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачевтың матбуғат вәкилдәре менән быйылғы һуңғы осрашыуы шулай башланып китте. Әңгәмә, ысынлап та, ябай шарттарҙа барҙы.

Парламент етәксеһенең инеш һүҙе, һорауҙар, яуаптар ШОС һәм БРИКС илдәренең быйыл йәй Өфөлә үткәрелгән саммиттарынан алып айырым закондарға хәтлем киң арауыҡты үҙ эсенә алды.
– Социаль мәсьәләләргә килгәндә, һуңғы йылдарҙа илебеҙ уларҙы хәл итеү буйынса бығаса булмаған уңыштарға өлгәште, – тине Константин Борисович. – Әле лә шул кимәлдән төшмәҫкә ине.
Уның әйтеүенсә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай эшендә иҡтисади закондар проекттарын эшләү, тикшереү һәм ҡануниәткә индереү төп урынды алып тора. Һәр нәмәнең нигеҙендә иҡтисад ята.
Ошо уҡ осрашыуҙа Башҡортостан парламентының эшмәкәрлеген уңышлы яҡтыртҡан киң мәғлүмәт сараларына Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почет грамоталары һәм дипломдары ла тапшырылды. Улар араһында “Башҡортостан” гәзите лә бар.


Вернуться назад