“Килешеп эшләү яҡлыбыҙ”29.12.2015
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Волга буйы транспорт прокуроры Тимур Кебеков менән осрашыуында төбәктең транспорт системаһын камиллаштырыу мәсьәләһе тикшерелде.
– Үҙ-ара килешеп эшләү яҡлыбыҙ, – тине һөйләшеүҙә Рөстәм Зәки улы. – Хеҙмәтегеҙҙең ифрат ҡатмарлы, яуаплы булыуын, транспорт системаһының ни ҡәҙәр үҫешкәнлеген, унда ниндәй проблемалар барлығын, үҙебеҙҙең был йәһәттән бурыстарыбыҙҙы беләбеҙ. Әлбиттә, әлегә барыһы ла килеп сыҡмай, ”ҡыҙыу” нөктәләрҙә хәлде төҙәтергә кәрәк. Был тәү сиратта һыу транспортына ҡағыла, сөнки унда бурыстар байтаҡ. Авиация транспортының билдәле сәбәптәр буйынса кәмеүен күрәбеҙ. Ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса пассажирҙар ағымы лә һиҙелерлек аҙайҙы. Тимер юл транспорты буйынса ла хәл итәһе мәсьәләләр бар. Ғөмүмән, башҡараһы эш күп әле.