…Ҡар бөртөктәрен генә түгел, мөғжизә көткәндәрҙе лә осороп алып китергә теләгәндәй һыҙғырған әсе ел нисек кенә ҡолатырға тырышмаһын, аяҡта ныҡ баҫып торабыҙ: Ҡыш бабай килә бит! Ундай ҡунаҡты аяғүрә ҡаршы алырға кәрәк.Бына көн геройы үҙе лә күренә, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы янында алдан уҡ әҙерләнгән тирмәһенә табан атлай. Үҙенсәлеклелеге аптырашҡа һала ҡунаҡтың: танауы ла ҡыҙармаған, кейеме лә ҡыҙыл түгел… Туны зәңгәр төҫтә, үҙе бейек, күкрәген киреп атлай. Торғаны башҡорт Ҡыш бабайы!
Уны шунда уҡ бала-саға уратып алды, янына фотоаппарат тотҡан ата-әсә ашыҡты.
– Мөғжизәгә хас матурлыҡ донъяһына түҙемһеҙләнеп килдем, – тип һүҙен дауам итте ҡунаҡ. – Бөтөн Йыһанды гиҙҙем, әммә был тиклем дә күркәм ерҙе осратҡаным булманы. Һаҡлағыҙ ошо матурлыҡты!
Артабан Ҡыш бабай менән уйнап туйған кескәйҙәр йәмле боҙ ҡаласығына ашыҡты, хәлдән тайғансы шыршы тирәләй сапты. Был тирәлә “тимер ат”тар ҙа артҡандан-арта: Ҡыш бабайҙы башҡа яҡтарҙан да килеп, күреп ҡалырға ашығалар. Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыусылар шәп байрам вәғәҙәләй: бындағы мажаралы тамашалар Яңы йыл каникулдары тамамланғансы дауам итәсәк!
…Йыраҡ юлдан килеүенә ҡарамаҫтан, бер ҙә арымаған Ҡыш бабай: кескәйҙәр менән кинәнеп уйнай, әкиәт һөйләй. Ул күкрәк киреп баҫҡан, артта – мәғрур Торатау, саҡ ҡына һулдараҡ – ҡунаҡсыллығыбыҙҙы, рухи байлығыбыҙҙы сағылдырған тирмә…