Баҙар ҡайҙа ла баҙар инде: берәү тауарын маҡтай-маҡтай һата, кемдер сифатлыһын, үҙе өсөн файҙалы яғын ҡарап ала. Был юлы баш ҡалабыҙ Өфөлә үткән Беренсе республика ит фестивале лә шулай булды. “Ит-Фест” тип аталды ул. Яңы йыл алдынан үткәрелеүе лә мөһим ҡала халҡы өсөн.Сарала республиканан 25 предприятие ҡатнашты. Барлығы 120-нән ашыу ауыл хужалығы тауарын етештереүселәр 38 райондан килгәйне. Фестивалгә 50 тоннаға яҡын ит килтерелеүе лә күп нәмә тураһында һөйләй.
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, һатыу рәттәре буйлап үтеп, ризыҡтың төрлөлөгөн билдәләне, ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр менән ихлас аралашты. Киләсәктә лә үҙебеҙҙә сығарылғанына өҫтөнлөк биреләсәген белдерҙе.
Ысынлап та, кем әйтмешләй, баҙарҙа күгәрсен һөтө генә юҡ ине, тиһәң дә була. Иттән етештерелгән бар продукция ла ҡуйылғайны: билмән, ҡаҙылыҡ, төрлө-төрлө колбаса, былау, ыҫланған ҡош иттәре... Һөт ризыҡтары павильоны ла ҡала халҡы иғтибарынан ситтә ҡалманы.
— Ун йылға яҡын умартасылыҡ һәм ҡошсолоҡ менән шөғөлләнәбеҙ, — тине Әлшәй районынан эшҡыуар Азат Хәйретдинов. — Әле ҡош ите алып килдек. Шундай фестивалдәрҙең үтеүе ике яҡ өсөн дә отошло.
Спорт һарайы алдындағы майҙан гөж килде. Ит ризыҡтары ғына түгел, Яңы йыл алдынан биш райондан шыршы ла килтергәйнеләр. Ағастар майҙанға йәм, үҙенсәлек өҫтәне.
“Һуғымығыҙ һимеҙ булһын, иҫән-һау ашарға яҙһын” тигән бик матур әйтем бар халҡыбыҙҙа. Шулай булһын!