Икмәк алырға тип кенә магазинға ингән кеше йыш ҡына хуш еҫле батон йә сайка тотоп сыға. Маркетологтар йоҡламай, йылдан-йыл ҡулланыусыға йоғонто яһарҙай замансараҡ ысулдар уйлап таба. Һөҙөмтәлә күҙалланмаған әйбер һатып алып, хәләл көсөбөҙҙө түгеп алған аҡсаны магазинда ҡалдырабыҙ.
Кем хәйләкәр — шул отаӘгәр муллыҡта йәшәйһең, нисек итеп аҡса табыу хаҡында уйланмайһың икән, уны уңлы-һуллы таратыуҙың зыяны юҡ. Психологтар аҡса туҙҙырыуҙы депрессиянан сығыу юлы булараҡ та тәҡдим итә. Әммә янсығындағы “байлығын” иҫәпләп кенә тотонғандар өсөн артыҡ сығым кәрәк түгел.
Сауҙа залында тауарҙы ҡулланыусының психологияһын яҡшы өйрәнеп урынлаштыралар. Супермаркеттарҙа зал өс өлөшкә бүленә. Иң башта, кассалар алдында — ҡиммәтле тауарҙар. Бында, ғәҙәттә, хаҡтарҙы сағыштырып, рәттәр буйлап йөрөргә ваҡыты булмаған кешеләр тауар һайлай. Залдың үҙәгендә уртаса хаҡтағы кәрәк-яраҡ урынлаштырыла. Әйберҙәрҙең күп өлөшөн беҙ тап ошонда һайлайбыҙ. Шуға күрә тауарҙарҙың иң ҡыйбатлыһы күҙҙәр тәңгәленә, йәғни “алтын кәштә”гә тура килә, юғарыла һәм түбәндә арзаныраҡтары теҙелә.
Иң кәрәклеләре һәм арзаныраҡтары залдың өсөнсө өлөшөндә, йәғни иң төптә була. Бында һөт, икмәк, колбаса кеүек көн һайын ҡулланыла торған ризыҡтарҙың һәр төрлөһө бар. Һатып аласаҡ тауарын барлап, кеше зал буйлап үтә һәм юл ыңғайы кәрзиненә күҙенә салынған башҡа әйберҙәрҙе лә һала.
Касса эргәһе — артыҡ сығымдарҙан ҡотолорға теләгән кеше өсөн ҡурҡыныс урын. Тәү ҡарашҡа, артыҡ ҡиммәт булмаған, әммә “кеҫәгә һуҡҡан” ваҡ-төйәк тап ошонда ҡуйыла. Бәләкәй магазиндарҙа кәрәге бармы-юҡмы икәнлеге уйланылмай алынған тауарҙарҙың һаны сауҙа әйләнешенең 50 процентын тәшкил итеүе билдәле.
Акция иғлан итеү һәм тауарҙы арзанға һатыу — кешене йәлеп итеүсе киң таралған алым. “Бер тауар хаҡына икене алығыҙ”, “Бөгөн — арзанға һатыуҙың һуңғы көнө” кеүек рекламалар көслө ихтыярлы һатып алыусының психикаһын да емерергә һәләтле. Ымһындырғыс тәҡдимгә ҡаршы тороу еңелдән түгел. Һуңынан бының өҫтәмә сығым һәм һис тә кәрәге теймәгән әйбер булыуы асыҡлана.
Артыҡ сығымдарҙан ҡотолорға ошондай алымдар ярҙам итә.
Һатыусыларҙың мутлығын алдан белгәндә уйланылмаған тауар һатып алыуҙан ҡотолорға мөмкин. Түбәндәге кәңәштәр ымһындырғыс тәҡдимдәрҙән баш тартырға булышлыҡ итер, моғайын.
- Аҙыҡ-түлек магазинына һәм баҙарға ас килеш бармағыҙ.
- Билдәле маркалағы тауар һайлағанда уны “алтын кәштә”ләгеһенән юғарыраҡ йәки түбәнерәк урынлашҡан ошондай уҡ әйбер менән сағыштырып ҡарарға кәрәк. Ҡағиҙә булараҡ, ул тауарҙың хаҡы күпкә арзаныраҡ, сифаты ла “алтын кәштә”ләгенекенән ҡалышмай.
- Магазинға юлланыр алдынан нимә кәрәк булыуын асыҡлағыҙ һәм, башҡа тәҡдимдәргә иғтибарығыҙҙы йүнәлтмәйенсә, тауарҙы шул исемлеккә ярашлы ғына һайлағыҙ.
- Планлаштырылған сығымдар өсөн генә етерлек аҡса алығыҙ.
- Туп-тура магазиндың төпкө өлөшөнә үтегеҙ.
- Аҙналыҡ сығымдарҙы алдан иҫәпләргә ғәҙәтләнһәң, һаҡсыллыҡҡа өйрәнеү һәм маркетологтарҙың хәйләле ауына ҡаршы тороу ауыр түгел. Шәмбе көн бер аҙнаға меню төҙөп, көнкүреш химияһы өсөн һәм башҡа төр сығымдарҙы иҫәпкә алып, күпме тотоноуыңды алдан күҙалларға өйрәнергә була. Ул сағында ҙурыраҡ әйбер һатып алыу өсөн аҡса йыйыу еңеләйәсәк.