Яңыраҡ Өфөлә “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ үҙгәрә” исемле Рәсәй форумы булды. Был хаҡта хәбәр иткәйнек инде. Әһәмиәтле сара урынының осраҡлы һайланмауы көн кеүек асыҡ: республика — торлаҡ-коммуналь хужалығында реформаларҙы тормошҡа ашырыу буйынса илдә әйҙәүсе төбәктәрҙең береһе.Халыҡҡа, йәмғиәткә файҙалы күп проекттар беҙҙә башланғыс ала. Тармаҡты яңыртыу, инвестициялар йәлеп итеү, әҙерлекле кадрҙар менән тәьмин итеү торлаҡ-коммуналь хужалығына заманса үҙгәрештәр алып килә. Уларҙы тормошҡа ашырыуға лайыҡлы өлөш индергән предприятиелар араһында “ЯңауылТеплоэнерго” муниципаль предприятиеһы ла бар.
Бындағы һәр сәнәғәт объектында, социаль-мәҙәни учреждениела, торлаҡ йорттарҙа уңайлы хеҙмәт һәм көнкүреш шарттары нәҡ уларҙың тынғыһыҙ тырыш хеҙмәтенә бәйле, сөнки “ЯңауылТеплоэнерго” — ҡаланы йылылыҡ менән тәьмин иткән берҙән-бер предприятие. Компания биш йыл элек “Йылылыҡ селтәрҙәре” предприятиеһын үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә ойошторола. Ошо ваҡыт эсендә ул үҙен тотороҡло эшләгән заманса ойошма итеп танытты. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағындағы реформа талаптары төп йүнәлеш итеп алынған. Был предприятиены яңыртыуҙа, әҙерлекле кадрҙар менән тәьмин итеүҙә айырыуса асыҡ сағыла.
Компания тотош ҡалаға йән өрә тиергә була. Ул һигеҙ ҡаҙанлыҡты һәм ете үҙәк йылылыҡ пунктын хеҙмәтләндерә. Реформа талаптарына, форумда ҡуйылған бурыстарға ярашлы, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙең сифаты юғары булғанда, тарифтарҙа тотороҡлолоҡ һаҡланырға тейеш. Предприятиела етештерелгән йылылыҡ энергияһының үҙҡиммәтен кәметеү өсөн ҡаҙанлыҡтарҙа, төп яғыулыҡ төрө булараҡ, тәбиғи газ ҡулланыла. Селтәрҙәрҙе заманға ярашлы яңыртыуға ҙур тырышлыҡ һәм сығымдар йүнәлтелә. Әйтәйек, йылылыҡ трассаларын изоляциялауҙа кайфлекс, энергофлекс, пенополиуретан кеүек материалдар ҡулланыла. Ҡаланың Азин урамында магистраль йылылыҡ трассаһын “торба эсендә торба” тибындағы яңы үткәргескә алыштырғандар. Ул коррозияға бирешмәй, 50 йыл хеҙмәт итә.
Һуңғы осорҙа ҡаҙанлыҡтарҙы яңыртыу буйынса күләмле эштәр башҡарылған. Әйтәйек, 2-се үҙәк ҡаҙанлыҡҡа реконструкция үткәрелгән. Был сара ҡала халҡын йәйге осорҙа йылы һыу менән тәьмин итеүҙәге өҙөклөктәрҙе бөтөрөүгә, коммуналь хеҙмәттәрҙең сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ иткән.
Хәҙер 1-се үҙәк ҡаҙанлыҡты яңырта башлаясаҡтар. Реконструкциялау проекты раҫланған. Тармаҡты артабан яңыртыу йәһәтенән киләсәккә мөһим бурыстар билдәләнгән. Мәҫәлән, үҙәк ҡаҙанлыҡтар ихатаһында һыу скважиналарын быраулау, энергия һаҡлаусы насостар, ҡаҙанлыҡтар урынлаштырыу, механик электр счетчиктарын юғары теүәллектәге электрон төрҙәренә, трансформаторҙарҙы алыштырыу эш сифатын күпкә яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк.
Әлеге форумда торлаҡ-коммуналь тармаҡты заманса әҙерлекле кадрҙар менән тәьмин итеүгә етди иғтибар йүнәлтелде. “ЯңауылТеплоэнерго” предприятиеһы директоры Андрей Беспаловтың хеҙмәткәрҙәргә талабы шундай: һәр кем, ниндәй генә вазифа башҡарһа ла, үҙ өлкәһендә юғары дәрәжәлә оҫта булырға тейеш. Әйткәндәй, Андрей Иванович — тәжрибәле, үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан етәксе. Ул, Томск политехник институтын тамамлап, инженер-промтеплоэнергетик белемен ала. Юллама буйынса тәүҙә Целиноград өлкәһендә эшләй. Ә 1990 йылда “Краснохолмнефть” идаралығының үҙәк ҡаҙанлығына мастер булып урынлаша. Артабан баш энергетика бүлегендә әйҙәүсе инженер, цехта баш инженер, ҡаҙанлыҡ етәксеһе, торлаҡ-коммуналь хужалығы идараһында баш инженер булып эшләй. Артабан бай хеҙмәт тәжрибәһе туплаған белгескә ул саҡтағы “Йылылыҡ селтәрҙәре” предприятиеһына идара итеүҙе йөкмәтәләр. Компания үҙгәртелеп, “ЯңауылТеплоэнерго” барлыҡҡа килгәс тә, Беспалов етәкселектә ҡала.
Предприятиеның күп тапҡыр Рәсәй Төбәктәр үҫеше һәм республика Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлыҡтарының, “Башкоммунэнерго” йәмғиәтенең, “Коммуналь энергетика” ассоциацияһының Маҡтау грамоталарына һәм дипломдарға лайыҡ булыуы – етәксенең ойоштороу һәләтенә ныҡлы дәлил. Коллектив 2014 йылда “Яңауыл районында физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса иң яҡшы ойошма” булараҡ, 50 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булған. Булдыҡлы коллектив эштә һынатмай, ҡаланың йөҙөнә йәм, халыҡ күңеленә йылы өҫтәй.