Ә һеҙ яҙылдығыҙмы?26.12.2015
Башҡортостанда матбуғатҡа яҙылыуҙың декабрь декадаһына йомғаҡ яһалды. Акция барышында 105 мең баҫмаға яҙылдылар. Шуларҙың 43 меңе — үҙәк, 44 меңе — республика, 18 меңе район киң мәғлүмәт сараларына тура килә. Декада барышында шулай уҡ хәйриә саралары ла тормошҡа ашырылды.
Башҡортостандағы Федераль почта элемтәһе идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, республикала тираждың кәмеүенә юл ҡуйылманы. Ил буйынса декада бик уңышлы үтте. Халыҡ 3,3 миллиондан ашыу мәғлүмәт сараһына яҙылды. Күрһәткес былтырғы көҙгө декада менән сағыштырғанда ике тапҡырға, 2014 йылдың декабренә ҡарағанда 37 процентҡа юғарыраҡ.
“Рәсәй почтаһы” мәғлүмәттәре буйынса, сара барышында Башҡортостан, Татарстан, Саха (Яҡут), Дағстан, Һамар, Ростов, Липецк өлкәләре һәм Краснодар крайы ҙур әүҙемлек күрһәткән.