Күмәкләгән – ҡаҙнаны байытҡан26.12.2015
Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы журналистарҙың сираттағы “Закондың көсө — үтәлешендә” тигән ижади конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләне. Был юлы сараның идаралыҡтың ойошторолоуына 150 йыл тулыуға арналыуы ла әһәмиәтле булды.

Унда идаралыҡтың былтырғы эшенә йомғаҡ та яһалды. Ведомство етәксеһе, республиканың баш суд приставы Зариф Байғусҡаров журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Былтыр идаралыҡта бөтәһе 1,8 миллион эш ҡарала башлаған, миллиондан ашыуы аҙағына еткерелгән. Бурыслыларҙан 8,5 миллиард һум аҡса түләтеүгә өлгәшелгән.
Башҡортостанға законһыҙ килгән мигранттар проблемаһын хәл итеү йәһәтенән идаралыҡ полиция менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Былтыр 600 кеше үҙ иленә оҙатылған. Теләге булғандар, идаралыҡтың рәсми сайтына инеп, бурысы булыу-булмауын тикшерә ала. Бының өсөн фамилияңды һәм исемеңде, предприятиеның атамаһын яҙыу ҙа етә.
Төрлө кимәлдәге штрафтарҙы, һалымдарҙы түләтеү буйынса әүҙем эш алып барған өсөн Зариф Байғусҡаров киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов иһә, берәгәйле эштең һөҙөмтәле булыуын йәнә бер иҫбатланыҡ, тип белдереп, артабан хеҙмәттәшлекте нығытыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Ижади бәйгелә еңеүселәр һәм призлы урын яулаусылар “Телевидение”, “Радио”, “Баҫма киң мәғлүмәт саралары”, “Электрон киң мәғлүмәт саралары һәм мәғлүмәт агентлыҡтары” номинацияларында билдәләнде. Наградаға лайыҡ булғандар араһында “Башҡортостан”, “Республика Башкортостан”, “Вечерняя Уфа”, “Октябрьский нефтяник” гәзиттәре, “Башинформ” агентлығы, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Рәсәй-Башҡортостан”, “Арис” (Күмертау) телеканалдары, “Юлдаш” һәм “Спутник ФМ” радиоһы журналистары бар.
Республиканың баш суд приставы билдәләүенсә, киң мәғлүмәт саралары иғтибарҙы йәмғиәтте күптән борсоған мәсьәләләргә йүнәлтергә, уларҙы бергәләп хәл итергә мөмкинлек бирә.




Вернуться назад