Киләсәккә ышаныс бағлап26.12.2015
Быйыл республика яҡшы макроиҡтисади күрһәткестәргә эйә булды. Рәсәй Дәүләт Советы ултырышы йомғаҡтары буйынса журналистар менән әңгәмәләшкәндә төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов ошо турала белдерҙе.

— Йылдың дөйөм йомғаҡтарына килгәндә, беҙҙең өсөн иң мөһим күрһәткес — ул социаль тотороҡлолоҡ, халыҡтың тормош кимәле, әлбиттә. Әле ярайһы уҡ яҡшы, ә ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса бигерәк тә юғары макроиҡтисади күрһәткестәр хаҡында һүҙ алып бара алабыҙ, — тине Башҡортостан Башлығы. — Ләкин киләһе йыл хәлде яҡшыртыуҙы талап иткән өлкәләр ҙә бар. Был айырыуса эш хаҡын арттырыуға ҡағыла. 2015 йыл ошо йәһәттән бер аҙ ҡаршылыҡлы булды.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, күп нәмә донъяуи иҡтисади проблемаларға һәм Рәсәйгә ҡарата санкцияларға бәйле. Төбәк етәксеһе киләһе йыл хәл яйға һалыныр тигән ышаныс белдерҙе.




Вернуться назад