Йәштәр Костромала йыйылды26.12.2015
Йәштәр Костромала йыйылды Ошо көндәрҙә Кострома ҡалаһында “Йәштәр мөхитендә милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү үҙәге”н булдырыу проекты тормошҡа ашырылды. “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһендә был йүнәлештәге эште йомғаҡлау буйынса матбуғат конференцияһы уҙҙы.

Үҙәктең маҡсаты – ситтән килгән студенттарҙы уҡыу процесына йәлеп итеү, йәштәр мөхитендә экстремизм­ға юл ҡуймау һәм милләт-ара низағтарҙы мөмкин тиклем кәметеү.
Проектты ғәмәлгә ашырыуға арналған фәнни-ғәмәли конференцияла Үҙәк федераль округынан һәм Башҡортостандың юғары белем биреү йорттарынан студенттар йыйылған. Программала оҫталыҡ дәрестәрендә, махсус күнекмә һәм бәхәстәрҙә ҡатнашыу ҡаралған.
Башҡортостан йәштәре башҡа халыҡтарҙы милли музыка ҡоралдары ҡурай һәм ҡумыҙ менән таныштырып, Башҡорт асыҡ КВН лигаһы хаҡында, уның эшмәкәрлеге, телде һаҡлауҙа йоғонтоһо тураһында һөйләгән. Тағы ла “көнкүреш шарттарына яраҡлашыу”, “милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу юлдары”, “мәктәпкәсә тиклемге йәштәге балаларҙа башҡаларға ҡарата ихтирам тәрбиәләү” темаларына сығыш яһағандар.
Үҙәктең төп ойоштороусылары – Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы, Н.А. Некрасов исемендәге Кос­трома дәүләт университеты, “Берҙәмлек” халыҡ-ара йәштәр йәмәғәтселек ойошмаһы, Башҡортостан Респуб­ликаһының гуманитар тикшере­неүҙәр институты.




Вернуться назад