Йылмайып-көлөп кенә03.03.2012
— Ни өсөн көслө дауылдарҙы, ғәрәсәттәрҙе ҡатын-ҡыҙ исеме менән атайҙар?
— Уларҙы ла һис кенә лә аңлап булмай бит: көтмәгәндә ҡубалар, шунан йорттарҙы һәм автомашиналарҙы тартып алалар...

***
Ғаиләлә татыулыҡты һаҡлау өсөн түҙемлек, мөхәббәт, бер-береңде аңлау һәм... ике телевизор кәрәк.
***
— Йондоҙнамә нисек төҙөлә икән? — тип ҡыҙыҡһына егет.
— Тимур, һин йондоҙнамә буйынса кем әле? — ти дуҫы.
— Саян.
— Киләһе аҙнала саяндар бурыстарын ҡайтарырға тейеш, юҡһа уларҙы ҙур күңелһеҙлек көтә, тип яҙабыҙ ҙа ҡуябыҙ.


Вернуться назад