Һүҙҙе эш менән иҫбатлайҙар26.12.2015
“Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе конференцияһы асылда йыл йомғаҡтарын барлауға, киләсәккә бурыстар билдәләүгә һәм партияның XV съезына делегаттар һайлауға ҡайтып ҡалды. Сарала республика Башлығы, партияның Юғары советы ағзаһы Рөстәм Хәмитов, “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк сәйәси советы секретары, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан төбәк бүлексәһенең башҡарма комитеты етәксеһе Рәмзил Ишһарин, партия ағзалары, Дәүләт Думаһы, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары, “Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы” ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашты.

Башта һүҙ Башҡортостан биләмәһендә эшләп килгән “Реаль эштәр”, “Тормош сифаты (Һаулыҡ)”, “Рәсәй экологияһы”, “Управдом” проекттарының координа­торҙарына бирелде. Сығыш яһаусыларҙың һәр ҡайһыһы, башҡарылған эштәрҙе барлап, тәҡдим­дәрен индерҙе, фекерҙәрен еткерҙе. “Реаль эштәр” проекты йәй айҙарында ғына эшләй башлаһа ла, халыҡтың иғтибарын яулап өлгөргән дә инде. Иң мөһиме — башланғыстың власть менән халыҡ араһындағы бәйләнеште нығытыуҙа әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, тип билдәләне белгестәр. Мәҫәлән, һанаулы ғына ваҡыт эсендә проект сиктәрендә граждандарҙың 944 йыйылышы ойошторолған, 870 заказ тормошҡа ашырылған. Эш дауам ителәсәк, тип белдерҙеләр конференцияла.
— Бөгөн “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһендә 86 мең кеше ағза булып тора. Был — иҫ киткес ҙур көс. Әлбиттә, эш һанда түгел. Иң мөһиме — әүҙемлек, оперативлыҡ һәм һөҙөмтәлелек. “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзалары иһә камиллыҡҡа ынтыла. Проекттарға килгәндә, был — реаль эштәрҙең башы ғына. Киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ һөҙөмтәләр көтәбеҙ, — тине республика Башлығы.




Вернуться назад