Ҡыйыу аҙымдар менән26.12.2015
Ҡыйыу  аҙымдар менән “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе баш ҡалала “Реаль эштәр” проектының беренсе форумын үткәрҙе. Сара ике көн дауамында барҙы. Ул партияның төбәк бүлексәһе секретары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың брифингы менән асылды.
– Партия ыңғай, тормошҡа ашырырлыҡ эштәр менән халыҡта ышаныс тыуҙырҙы. Халыҡ үҙенең йәшәү кимәле үҫешен, иртәгәһен беҙҙең көс менән бергә күрә. Был проекттар партияның һайлауға әҙерлеге тип тә баһаларға мөмкин. Халыҡ араһында, халыҡ өсөн эшләйбеҙ. Тормош бер урында тормай, шуға ҡыйыу аҙымдар менән алға атлайбыҙ, – тине үҙ сығышында Константин Борисович.
Форумдың беренсе көнөндә “Башҡортостан Республикаһының кадрҙар потенциалы” секцияһы эшләне. Һәр бер проекттың күргәҙмәһе асылды. Шулай уҡ партия эшмәкәрлеген әүҙем яҡтыртҡан киң мәғлүмәт саралары тәбрикләнде.





Вернуться назад