Ҡыҙыл миләш26.12.2015
А. Шакиров көйө. И. Ғүмәров һүҙҙәре.Ап-аҡ ҡырау яландарҙа,
Балланды миләштәре.
Ап-аҡ сәскәләрҙә ине
Һөйөүем тәлгәштәре.
Ҡушымта: Ҡыҙыл миләш, ҡыҙыл миләш
Көтә икән кемдәрҙе?
Миләштәр ҙә һағына микән
Бергә үткән көндәрҙе?
Миләштәрҙең тәлгәштәрен
Көҙгө елдәр уйната,
Һөйөүҙең сәскәле сағын
Ҡырау төшкәс уйлата.
Ҡушымта.Ап-аҡ ҡырау яландарҙа,
Беште инде миләштәр.
Татлы йәшлек менән ҡалды
Ҡыҙыл миләшле кистәр.