Мөхәббәт көсө26.12.2015
Мөхәббәт көсө – Яратам... Көтәм...­ ­– ­йә­ш­­ ҡатындың һағыныу, наҙ тулы һүҙҙәрен телефон сымдары иҙерәп йоҡлаған ҡышҡы ҡалалар, урман-яландар буйлап берҙән-беренә – һөйгәненә алып китте.

Өҫтәлендә ашы ла әҙер, өйө йыйыштырылған, тышта – таң алдынан уғата тат­лы йоҡола тынып ҡал­ған ҙур ҡала. Тик ҡатынды ғына йоҡо алмай. Күҙгә йоҡо ҡуныр мәлме ни – һөйгәне, йән ки­ҫәге ҡайтып килә бит! Инде осрашыу минуттары яҡын­лашҡас, йәш кәләш, был шатлыҡлы миҙгелде тамам күтәрә алмай, аҡылдан шашырмын, ахыры, тип уйлап, ихлас йылмая.
Тәҙрәһенә Ҡыш бабай­ҙың төшөрә башлаған се­мәрҙәрен бармаҡ осо ме­нән йөрөтөп ҡарағас, “Абау, Ҡыш был һү­рәт­тәрен юҡҡа ғына төшөр­мәйҙер әле, бәлки, был рәсем – уның Ергә булған һөйөү­е­лер? Минең күңел­дә лә оло һөйөүҙән ошондай матур һыҙаттар һыры­лып ятамы икән?”­ – тип уйлап ҡуя ҡатын.
Ә ҡасандыр һыуыҡ ҡыш­тарҙы яратмай ине бит ул. Йыл һайын тәүге ҡар яу­ғандан алып йылы яҙҙарҙы көтә башлай. Хәҙер иһә һәр миҙгеле, һәр көнө гүзәл, мөғжизәле тойола үҙенә. Бер кеше шулай тормошоңа килеп инһен дә һәр һулышыңды, һәр минут­ыңды оло мәғәнәгә ҡойон­дорһон әле! Ғәжәп бит!
Бына әле лә өйөрөлөп-өйөрөлөп яуған ҡар бөртөк­тәре күңеленә шул тиклем яҡын, изге тойолдо. “Мин дә әле яңыраҡ ҡына һеҙҙең кеүек аҡ күлдәктә һөйгә­нем­дең ҡо­са­ғында ҡауыр­һындай, аяҡ­тарым ергә тейер-теймәҫ, осоп йөрөй инем. Ғашиҡ бул­һаң, ерҙең бер ҡанунына ла иғтибар итмәйһең икән... Һеҙ ҙә ғашиҡмы, ҡар бөртөк­тәре?..”
Үткән йыл ғына, сәғәт уҡ­тары 12-не һуҡҡас, хыялый кү­ңелле ҡыҙ һөйгәнен осратыу те­­ләген шыбыр­лағайны. Аҡыл­­дан шаштырыр һөйөү хис­ен татып ҡарағыһы килә ине шул. Хыялдар тормошҡа аша икән! Хәҙер ул – һөйгән йәренең тормош юлдашы, хужабикә...
Уҙып барған йыл уға һөй­гәне менән ҡауышыу бә­хет­ен биргәйне, киләһе йыл әсә­ булыу ҡыуанысын килтерер­...
Сеү!.. Был бит сер! Батыры, күҙ нуры был хаҡта белмәй әле. Алыҫ юлдан арып ҡайт­ҡас, өйөндә көткән иң ҙур һө­йө­нөслө хәбәр булыр ул...



Вернуться назад