Бынан бер нисә йыл элек мосолман ҡатын-ҡыҙына ҡаршылыҡ тыуҙырған байтаҡ мәсьәләләрҙең бөгөн ыңғай хәл ителеүе, дини талаптарҙы үтәгән гүзәл заттарға белем алыу, рухи, ижади, физик яҡтан камиллашыу, аралашыу өсөн уңайлы шарттар булдырылыуы – шатлыҡлы күренеш. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты, “Ғибадуррахман” берләшмәһе һәм “Ғәйшә” журналы ойошторған “Заман мосолман ҡатын-ҡыҙы – шәхес, ғаилә, йәмғиәт” исемле ғилми-ғәмәли конференция быны асыҡ дәлилләне.Республикала, баш ҡалала үткәрелгән дини сараларҙың йылдан-йыл юғары кимәл, киң аудитория яулауын билдәләү зарур. Әлеге конференция Өфөнөң “Шератон” отелендә ойошторолдо, унда абруйлы табиптар, психологтар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре сығыш яһаны.
Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, Рәсәй Ислам университеты ректоры Артур Сөләймәнов һәм башҡа киң билдәле шәхестәр, конференцияла ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, телмәр тотто.
– Атамаһынан уҡ күренеүенсә, конференцияның маҡсаты бик әһәмиәтле. Бында ҡатнашҡан гүзәл заттың үҙенең ғәйәт ҙур бурыс атҡарыуын баһалап та бөтмәүе мөмкин. Бөгөн ошонда хәл ителгән, тикшерелгән мәсьәләләр өс, ун, егерме йыл ғына түгел, тағы ла күберәк арауыҡҡа – киң перспективаға бәйле, һәм уларҙың йоғонтоһо ҙур буласаҡ. Йәмғиәттең артабанғы үҫешенә, камиллашыуына йүнәлеш тотҡан мәғариф, тәрбиә, сәләмәтлек өлкәһендәге мөһим һорауҙар күтәрелә бында, – тине Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре советы кәңәшсеһе Руслан Ҡарамышев, “Төбәк мосолман ҡатын-ҡыҙҙарының социаль әүҙемлеге өлгөһөндә тәрбиә һәм мәғрифәтселек” исемле секцияны асып.
Йәшерен түгел, баш ҡалабыҙҙа дини талаптарҙы теүәл үтәп, туҡланыу һәм ғөрөф-ғәҙәт ҡанундарын хәләл ҡулланғандар тарафынан дәғүә белдерерлек сәбәптәр юҡ, бары тик йәмәғәт тормошонан ситләшмәй, файҙалы ғилем менән уртаҡлашып, тирә-яҡта һәм шул мөхиткә ыңғай ҡараш булдырып көн күреү зарур.
Ислам дине ҡатын-ҡыҙға ҡарата иғтибарлы, ипле мөнәсәбәт талап итә, сөнки йәмғиәттең, халыҡтың киләсәге, именлеге өсөн гүзәл заттың яуаплылығы, сәләмәтлеге мөһим. Ошо йәһәттән конференцияла ойошторолған “Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге һәм балалар менән мөнәсәбәт”, “Ғаилә мөнәсәбәттәре” секцияларында тыңлаусыларға ғәйәт ҙур, фәһемле мәғлүмәт бирелде, уларҙы борсоған, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап эҙләнде. Фекер алышыу барышында баланы тәрбиәләүҙә ғаиләнең – ата-әсәнең ситтә тороп ҡалыуы, йәш быуынды Интернет, телевидение ҡарамағына биреү осраҡтарының кире һөҙөмтәһе хаҡында ла әйтелде.
“Заман мосолман ҡатын-ҡыҙы – шәхес, ғаилә, йәмғиәт” фәнни-ғәмәли конференцияһы барышында хәләл тауар һәм хеҙмәтләндереү өлгөләре, дини талаптарға яуап биргән билдәле кейем етештереүселәрҙең күргәҙмәһе ойошторолдо. Был юҫыҡта ла үҫеште сағылдырған өлгөләр, ассортименттың киңлеге асыҡ күренде.
Сара “Суперкилен-2015” бәйгеһе менән тамамланды. Өсөнсө тапҡыр үткәрелгән был үҙенсәлекле конкурстың финал өлөшөнә алты гүзәл зат вәкиле – Лилиә Килмәтова, Айгөл Аҙнабаева, Юлиә Юлдашева, Илүзә Вәлитова, Ева Вахиди, Раяна Уцаева – сыҡты. Һәр ҡатнашыусыға иренән яҙма рөхсәт, ҡәйнәһенән тәҡдим алып килеү талабы ҡуйылғайны. Килендәр Ислам дине ҡанундарын белеү, ғаилә ҡиммәттәрен дөрөҫ билдәләү, ижади үҫеш күҙлегенән сығып баһаланды. Ҡатын-ҡыҙҙар ғына тамаша ҡылған бәйгенең еңеүсеһе исеменә Юлиә Юлдашева лайыҡ булды.
– Сығышым менән Баймаҡ районынан – ижади рухлы Бәхтиевтәр ғаиләһенәнмен. Һәр көнөбөҙ байрам кеүек үтте, сөнки атайым да, әсәйем дә йыр-моңға мөкиббән. Һеңлем Зилиә, ҡустым Салауат менән бала саҡтан бейеү, йыр, һүрәт төшөрөү, спорт, дизайн, ҡул эштәре менән ҡыҙыҡһындым, төрлө бәйгеләрҙә көсөмдө һынаным. Университетты тамамлағас, Таһир исемле егет менән ғаилә ҡорҙоҡ, әле Алтынай исемле ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Ирем дә, мин дә һәр яҡлап камиллашырға тырышабыҙ, ғаилә психологияһы, тарих буйынса ғилем туплайбыҙ. Нескә зат булараҡ, үҙ фиғелемде өйрәнәм, төрлө тренингтарға йөрөйөм, һығылмалы һәм рухлы ҡатын, килен, әсә ролдәрен үҙләштерәм, – тине Юлиә сығышында.