Әсәй, өләсәй, етәксе... Һәр вазифаһын ҙур яуаплылыҡ менән үтәгән, ауырлыҡтарҙан һығылып төшмәгән мөләйем ханымға һоҡланмау мөмкин түгел. Ифрат дәртле, тәүәккәл кеше ул. Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Гөлшат Лавренованы Асҡарҙа күптәр “атаһының ҡыҙы” тип атай. Был һүҙҙәр хаҡ: Зиннәт Әхтәмов төбәктә бик хөрмәтле кеше була, оҙаҡ йылдар балаларға белем бирә, хакимиәттең мәғариф идаралығына етәкселек итә, район музейын булдырыуға күп көс һала. Тырыш, уңған, булдыҡлы ҡыҙы атаһының юлын лайыҡлы дауам итә.– Бала саҡта кем булырға хыяллана торғайнығыҙ, Гөлшат Зиннәт ҡыҙы?
– Уҡытыусы ла, йырсы ла, бейеүсе лә түгел, ә журналист булырға теләнем. Мәктәптә уҡыған саҡта район гәзитенә, республика балалар баҫмаларына даими яҙыша торғайным. “Йәш хәбәрсе” таныҡлығын, төрлө грамоталарҙы әле лә ҡәҙерләп һаҡлайым. Әммә журналист булырға насип итмәне. Уҡытыусы һөнәрен һайлап, оҙаҡ ваҡыт йәш быуынға белем биреүемә, унан мәҙәниәт өлкәһендә ун йылдан ашыу хеҙмәт күрһәтеүемә һис тә үкенмәйем. Бәхетлемен.
– Ҡанға һалынған һөйөү мәғарифҡа алып килгәндер?
– Һис шикһеҙ, шулайҙыр. Мәктәпте тамамлағас, әсәйем кеүек үк документтарымды Магнитогорск педагогия институтының филология факультетына тапшырҙым. Уҡыуҙы тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Силәбе ҡалаһына эшкә юлландым. Класташым Сергейға кейәүгә сығып, улыбыҙ тыуғас, Асҡарға әйләнеп ҡайттыҡ. Мәктәптә урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһынан алып директорға ҡәҙәр лайыҡлы хеҙмәт юлы үттем.
Китап уҡырға яратыуым, телдәр менән ҡыҙыҡһыныуым әле лә көслө. Уҡыусыларым күңеленә лә шундай уҡ тәрбиә һалырға тырыштым. Драма түңәрәге ойоштороуым, шиғырҙы тасуири һөйләү буйынса һәр кем менән махсус шөғөлләнеүем һөҙөмтә бирмәй ҡалмағандыр. Уҡыусыларымдың рәхмәте – хеҙмәтемә иң ҙур баһа.
– Мәҙәниәт өлкәһенә килгәндә...
– Беҙҙә халыҡ ифрат дәртле, талантлы. Әйҙәп, ойоштороп ебәрһәң, ҡалғанын улар үҙҙәре башҡара. Ғөмүмән, беҙ, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, матурлыҡты үҙебеҙҙән башларға бурыслы. Беренсенән, кейемебеҙ килешле, хәрәкәттәребеҙ күркәм булырға тейеш, аралашыу оҫталығы ла ҙур әһәмиәткә эйә. Икенсенән, мәҙәниәт йортоноң балҡып, халыҡты үҙенә йәлеп итеп ултырыуы мөһим.
Әйткәндәй, райондың һәр клубы тип әйтерлек капиталь ремонтланды, яңы йыһаздар, кәрәкле аппаратура менән тәьмин ителде. Барлыҡ мәҙәниәт усаҡтарында төрлө түңәрәктәр уңышлы эшләй, күбеһендә фольклор ансамбле бар.
– Мәғлүм булыуынса, әбйәлилдәрҙең “Байыҡ” телевизион конкурсынан урын алмайынса ҡайтҡаны юҡ.
– Ысынлап та, шулай. Бейеп кенә йәшәй бит ул беҙҙекеләр! Быйыл балалар араһында ойошторолған “Байыҡ” конкурсында Асҡар егете Искәндәр Хәлилов төп бүләкте яуланы. Ғөмүмән, бындай ҡаҙанышҡа йыш өлгәшәбеҙ. Еңеүҙәр, әлбиттә, еңел яуланмай. Барлыҡ мәктәптәрҙә бейеү коллективтарының эшләүе, районда йыл да үткәрелгән “Байыҡ” конкурсында һәр быуын вәкилдәренең ихлас ҡатнашыуы – уңыш нигеҙе. Хакимиәт башлығы Рим Сыңғыҙов та, мәҙәниәтте яратҡан хужа булараҡ, бөтөн яҡтан ярҙам итә. Хатта үҙебеҙҙең яңы автобусыбыҙ ҙа бар!
Белеүегеҙсә, районыбыҙҙың йөҙөк ҡашына әйләнгән “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре ансамблен заманында бөйөк Фәйзи Ғәскәров халыҡ таланттарын туплап төҙөгән. Ошондай фиҙакәр эш бөгөн дә уңышлы дауам итә. Хатта тотош бейеүселәр династияһы барлыҡҡа килде, тиһәк тә була. Быйыл I республика башҡорт халыҡ бейеүҙәре ярышының тап Әбйәлилдә үтеүе лә юҡҡа түгел.
– Мәҙәни мөхиттә ҡайнап йәшәйһегеҙ: бейеүгә генә түгел, йырға ла маһирһығыҙ, фольклорҙы үҫтереү буйынса ла алдынғылыҡты бирмәйһегеҙ. Хатта бер мәл районда кейеҙ фестивале ойошторолдо. Нисек өлгөрәһегеҙ?
– Дәртле булыу, тарихты, сәнғәтте яратыу, йолаларҙы һаҡлауҙың ифрат әһәмиәтле, кәрәкле эш икәнен йәмғиәтебеҙ йылдан-йыл нығыраҡ аңлай бара. Бөгөн һәр ауылда халҡыбыҙҙың милли кейем өлгөләрен, боронғо селтәр-һаҡалдарҙы осратырға мөмкин. Улар, быуындар бәйләнешен һаҡлап, аманат булараҡ тапшырыла килә. Шаштырып әйтмәйем: һәр ауылдағы өлкән йәштәге инәй-апайҙарҙың үҙҙәре тектереп алған бер нисә милли кейеме, селтәр-ҡашмауы бар. Күңелдәрендә лә әллә күпме хазина тупланған, барыһы ла йырлай, бейей. Халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһынып, районыбыҙға сит илдәрҙән юҡҡа ғына килмәйҙәр бит!
Магнитогорск ҡалаһының яҡын булыуы ла мәҙәниәттең үҫешенә өлөш индермәй ҡалмай. Ни өсөн тигәндә, халыҡ һирәкләп булһа ла ундағы опера һәм балет театрына йөрөй, төрлө концерттар, сығыштар ҡарай ала. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙә лә мәҙәни саралар, конкурстар ифрат күп үткәрелә. Халыҡ араһында күренеп бармаған ынйы-гәүһәрҙәрҙе табып, балҡытып ебәрәбеҙ.
– Ниндәй ансамблдәр айырым маҡтауға лайыҡ?
– Уларҙың барыһын да атап үтеү мөмкин түгел, барыһы ла шәп! Араларынан “Йәшлек”, “Миләш”, “Әхирәттәр”, “Забава”ны, тынлы оркестрҙы, ҡурайсылар төркөмөн телгә алыр инем.
Үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнап йәшәмәйбеҙ. Мәҫәлән, Баймаҡ, Сибай ҡалаларында булып, сәхнәләрен “дер” һелкетеп ҡайттыҡ, Бөрйән, Белорет, Ейәнсура райондарында сығыш яһаныҡ. Магнитогорск ҡалаһы менән дә күптән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Бындай алмаш сығыштарҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Улар яңынан-яңы еңеүҙәргә юл һала. Әйткәндәй, күптән түгел Бәләбәй ҡалаһында үткән “Алтын тирмә” республика фестивалендә район мәҙәниәт йортоноң “Йәйғор” халыҡ театры II урынды яулап, Ҡариҙелдә ойошторолған “Йәш тауыштар” эстрада бәйгеһендә Рияна Хәлимова лауреат исеменә лайыҡ булып, барыбыҙҙы ла ҡыуандырҙы.
– Район мәҙәниәт йорто оҫталар менән генә түгел, гүзәл баҡсаһы, раузалары менән дә һоҡландыра...
– Шулай. Белеүегеҙсә, биләмәбеҙ иртә яҙҙан ҡара көҙгә ҡәҙәр шау сәскәгә күмелеп ултыра. Матурлыҡ ишек алдынан, тупһанан башланырға тейеш бит. 150 рауза үҫкән ер күптәрҙең яратҡан урынына әйләнде. Ҡайһы берәүҙәр һөйөү гөлөн үҙ баҡсаһында ла күпләп үҫтерә башланы.
– Әҙәбиәтте, шиғриәтте яратҡан, башҡорт халыҡ моңдарына ғашиҡ, шул уҡ ваҡытта джазды, рок-балладаларҙы тыңларға әүәҫ хәстәрлекле әсәй, өләсәй һәм эшлекле етәксенең гелән йәш, дәртле булып ҡалыуының сере ниҙә?
– Сәбәбе ябай ғына. Бар нәмәне белеү, өйрәнеү теләге менән янаһың, ҡыҙыҡһыныусан икәнһең, йәш, дәртле, сая, тормошто яратҡан кеше булып ҡалаһың.
Кәримә УСМАНОВА әңгәмәләште.