Үлемһеҙ Ғәлиәбаныу – Кинйәбулатта26.12.2015
Стәрлетамаҡ башҡорт халыҡ драма театры Кинйәбулат ауылы мәҙәниәт йортонда талантлы драматург Мирхәйҙәр Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу” спектаклен сәхнәләштерҙе.
Тамаша спектаклдең 100 йыллыҡ юбилейына арнап ҡуйылды, тип әйтергә лә була, сөнки Мирхәйҙәр Фәйзи был драманы 1916 йылда 25 йәшендә генә ижад иткән. “Ғәлиәбаныу” тиҙ арала башҡорт һәм татар драма театрҙары репертуарында популярлыҡ яулап, уларҙың алтын фондына әүерелгән.
Спектаклдә Бәҙри ролен – Рәмил Ишемғолов, Ғәлимәбаныуҙы – Башҡортостандың халыҡ артисы Миңниса Бакирова, Ғәлиәбаныуҙы – Резеда Әмәкәсова, Саҙретдинде – Әлфинә Сөләймәнова, Хәлилде – Рафиҡ Хәсәнов, Ғимаҙи ролен Гилүс Минһажев, Исмәғилде – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәим Әхмәтйәнов, Бәҙиға ҡарсыҡты Рима Ғәлиуллина бик оҫта башҡарҙы. Ауыл халҡы рухи яҡтан байып, артистарға рәхмәттәрен еткереп таралышты.