Ҡыуанырҙар яҡындар26.12.2015
Тереләрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел, тигән боронғолар. Хаҡ һүҙҙәр. Ата-бабаларыбыҙҙың, ауылдаштарыбыҙҙың, яҡындарыбыҙҙың мәңгелек төйәге булған зыяраттарҙы тәртиптә тотоу – мөҡәддәс бурысыбыҙ.

Әммә ғәзиздәренең ҡәберҙәрен тәрбиәләргә, мәрхүм­дәрҙең рухына доға ҡылырға теләгән күптәрҙең ҡайтыр урындары ла юҡ – ауылда туған-тыумасаһы ҡалмаған. Шуға күрә һәр биләмәлә тиерлек төҙөлгән мәсеттәребеҙ янында бәләкәй генә булһа ла ҡунаҡ йорто булдырыу килешер ине. Ауылға алыҫ тарафтарҙан ҡайтҡандар туҡталып, ата-әсәһе, яҡындары рухына ҡорбан салдырыр, аят уҡытыр ине, исмаһам.




Вернуться назад