ПИЦЦА03.03.2012
Ҡамыр ризыҡтарын әҙерләгәндә, өйҙә тәмле хуш еҫ таралып, танауҙы ҡытыҡлай, байрамса кәйеф тыуа. Уларҙы ир-ат та, бала-саға ла яратып ашай. Хәҙер тәм-томдо һатып алып та була, әлбиттә. Ләкин үҙең бешереү күңеллерәк тә, хәүефһеҙерәк тә һәм арзанға ла төшә. Бөгөн пицца әҙерләү серҙәре менән танышайыҡ.
Ҡамыр өсөн 16 грамм сүпрә, 250 грамм он,160 грамм һыу, 5 грамм тоҙ, 30 грамм зәйтүн майы алына.
Эслек өсөн ике сосиска, алты киҫәк ветчина, һигеҙ киҫәк ҡаҙылыҡ, 200 грамм ҡаты сыр, бер помидор, бер татлы борос, алты зәйтүн емеше кәрәк буласаҡ.
Томат соусы әҙерләү өсөн өс помидор, икешәр семтем тоҙ һәм ҡара борос, ике семтем бөтнөк, ике аш ҡалағы зәйтүн майы талап ителә.
Ярты стакан һыуҙа сүпрәне иретеп, 10 минутҡа йылы урынға ҡуйып торабыҙ. Унан һуң күпергән сүпрәгә он, тоҙ һәм зәйтүн майы ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ. Уны дымлы туҡыма менән ҡаплап, 20 минут тотабыҙ. Шул арала эслек әҙерләйбеҙ. Таҙартылған помидорҙарҙы ҡырғыс аша үткәреп, һутын бер аҙ түгәбеҙ. Шуға тоҙ, борос һәм башҡа тәмләткестәрҙе һалып болғатабыҙ ҙа зәйтүн майы өҫтәйбеҙ. Ҡамырҙы он һибелгән майлы табаға һалабыҙ. Уның өҫтөнә башта томатлы ҡатнашманы йәйәбеҙ, унан ҡатлап ҡырылған сыр, ветчина, сосиска, ҡаҙылыҡ киҫәктәре, шаҡмаҡлап туралған татлы борос һәм тосо алынған зәйтүн емешен һалабыҙ.
Пиццаны 200 градус эҫелектәге мейестә 20 минут бешерәбеҙ һәм өлөштәргә бүлеп табынға ҡуябыҙ.


Вернуться назад