Баҫмаларҙан айырылмайыҡ26.12.2015
Йәшем байтаҡ булһа ла, гәзит-журналдарҙы күп алдырам, яратып уҡыйым. Иң тәүҙә “Башҡортостан” менән танышып сығам.

Унда донъяла, илдә, республикала барған хәл-ваҡи­ғалар тулы, аңлайышлы сағылдырыла. Тарих, әҙәбиәт тура­­һында ла күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирелә. Ғөмүмән, гәзит – ул беҙҙең тормош, көнкүреш. Унан айырылырға ярамай. Республика халҡын “Башҡор­тостан”ға яҙылырға саҡырам. Барлыҡ мәктәптәр, балалар баҡсалары, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре гәзитте алдырһын ине. Яратҡан баҫмабыҙҙың тиражын арт­тырайыҡ, уҡыйыҡ, таратайыҡ!
Шулай уҡ Ишембай ҡалаһы һәм районы халҡын үҙе­беҙҙең башҡорт телендә сыҡҡан “Торатау” һәм рус те­лендә донъя күргән “Восход” гәзиттәренә яҙылырға са­ҡы­рам. “Ағиҙел” журналын да яратып уҡыйым. Тыуған илен, башҡорт телен, әҙәбиәтен яратҡан һәр кеше, һәр мәк­тәп был журналды алдырһын ине. Уҡытыусылар өсөн бигерәк ҡулай булыр был баҫма – әҙәбиәттең үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәген белеп торорҙар ине. Бала саҡтан уҡ “Һәнәк”те яратып уҡыным, элекке ҙур форматлы булараҡ та хәтерҙә. Әле лә журнал үҙ баһаһын төшөрмәй, үткер телле.
Ошо гәзит-журналдарҙың киләсәге яҡты булып, улар һәр саҡ халыҡҡа хеҙмәт итһен ине тигән теләк-тәҡдимдә ҡалам.
Марат ӘМИНЕВ,
хеҙмәт ветераны.

Ишембай ҡалаһы.

* * *
Гүзәл республикабыҙҙың исемен йөрөткән гәзит Баш­ҡортостанда йәшәгән һәр милләттәшебеҙҙең өҫтәлен­дә булырға тейеш, минеңсә. Илебеҙҙең һулышын, сәйәсәтен, донъяуи һәм башҡа мәғлүмәттәрҙе яҡтыртҡан төп баҫма менән дуҫ ҡалайыҡ, милләттәштәр!

Зөһрә БӘШӘРОВА.
Әбйәлил районы,
Теләш ауылы.


Вернуться назад