Ғаиләбеҙҙең дуҫы һин26.12.2015
Яратҡан баҫмабыҙҙы һаман да алдырыу мөмкинлеге өсөн шөкөр итәбеҙ. Балалар, ейәндәр менән күмәкләп уҡып сығабыҙ “Башҡортостан”ды. Гәзит теүәл, ваҡытында килеп тора. Артабан да шулай була күрһен.

“Йома” һанын яратып көтөп алабыҙ. Үҙебеҙҙә, күрше өлкәләрҙә йәшәгән егәрле, булдыҡлы ғаиләләр тура­һын­да уҡып беләбеҙ, төрлө кәңәштәр ҙә ярап ҡала. Хикә­йә­ләрҙе, шиғырҙарҙы, кроссвордты ла иғтибарһыҙ ҡал­дыр­майбыҙ. “Иман” махсус битендә бик файҙалы мәғлүмәттәр бирелә, үҙенсәлекле һорауҙарҙың яуаптары ла яҡтыртыла.
Һәммәһе өсөн дә рәхмәт һеҙгә, “Башҡортостан”дар! Эшегеҙ уң, бәрәкәтле булһын!





Вернуться назад