“Улым, бер ҡасан да тәмәкене үҙеңә яҡын юлатма. Мин тартманым, һин дә ауыҙыңа алма”, – тигәйне атайым. Был һүҙҙәрҙән ситкә тайпылманым.Тәмәке тартыу – үпкә ауырыуҙарының төп сәбәбе. Ошо хәҡиҡәтте аңлап, насар ғәҙәттән ваҡытында арынырға кәрәк. Никотин бит йыландан мәкерлерәк: организмда аҫтыртын ғына үҙ урынын яулап, уны нигеҙенән ҡаҡшата. Бер тапҡыр бирелгән ғүмерҙе ошолай ҡыҫҡартыу гонаһ түгелме һуң?
Мин инде хәҙер өлкән кеше, 90 йәштән уҙғанмын. Бер ҡасан да тәмәке тартмағаныма сикһеҙ ғорурмын. Атайыма ҙур рәхмәт! Ул биргән аҡыл мине Бөйөк Ватан һуғышында үлемдән алып ҡалды: никотин менән зарарланмағас, күкрәгемдәге яраға бирешмәнем.
1947 йылда эске эштәр министрының бойороғо буйынса Йәрмәкәй районына командировкаға ебәрелгәйнем. Ошо сәфәремдә Сажиҙә исемле һылыуҙы осратып, уға бер күреүҙән ғашиҡ булдым. Тәртипле, тыйнаҡ, етди ҡыҙ менән бәйләнешебеҙҙең нығыныуына насар ғәҙәттәрҙән, шул иҫәптән тәмәке тартыуҙан, азатлығым ҙур өлөш индерҙе, тип иҫәпләйем. Хәҙер инде 68 йыл бергә татыу ғүмер итәбеҙ. Флүрә, Роза һәм Рөстәм исемле балалар үҫтерҙек. Эшһөйәр, уңған, кешелекле ул-ҡыҙҙарыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.
Беҙҙе, ветерандарҙы, белем усаҡтарына йыш саҡыралар. Осрашыуҙарҙа ҡатыным менән йәштәргә һуғыш йылдарында күргән-кисергәндәрҙе бәйән итәбеҙ, уларҙы халҡыбыҙҙың изге йолаларына тоғро ҡалырға, насар ғәҙәттәрҙән алыҫ торорға саҡырабыҙ.
Уҙған ғүмеремә күҙ һалам да шундай һығымта яһайым: әгәр тәмәке менән дуҫ булып, һаулығымды, рухымды ағыулаһам, һис ҡасан әлегеләй ҡаҙаныштарға өлгәшә алмаҫ инем. Йәштәргә әйтер һүҙем: аҡылға таянып йәшәгеҙ, тырышып уҡығыҙ, эшләгеҙ. Үҙегеҙҙе генә түгел, халҡығыҙҙың, тыуған ерегеҙҙең мәнфәғәттәрен ҡайғыртырға өйрәнегеҙ.