Йөн сирата, ойоҡ бәйләй...26.12.2015
Йөн сирата, ойоҡ бәйләй... Һәр кешенең тиерлек күңел һалып, яратып башҡарған бер шөғөлө була. Күп осраҡта донъя мәшәҡәте, эш, балалар тәрбиәләү арҡаһында кемдеңдер быға ҡулы етеңкерәмәй ҙә тора. Ә бына хаҡлы ялға сыҡҡас, йәш саҡта тормошҡа ашыра алмаған эшкә тотоноу форсаты тыуа.

Берәү гөрләтеп баҡса үҫтерә, икенсеһе сигеү сигә, бәйләм бәйләй. Шуныһы ҡыҙыҡ: һуңғы йылдарҙа ҡул эштәре менән булышҡан ир-ат күбәйҙе. Берәүҙәр үҙ шөғөлөнән килем алыу өсөн тырышһа, икенсе­ләре күңеле матурлыҡҡа тартыл­ған­дан, ошо шөғөлдәрҙе үҙ итә.
Тимер юл ауылында йәшәгән Хәмитйән бабай Ғә­линдең тегенеү, бәй­ләүгә булған һәләте йәш саҡтан килә. Уны ауыр, етешһеҙ тормош ет­меш төрлө һөнәрҙе үҙләштереп, көнкүрешкә яраҡлашып йәшәргә өйрәтә.
Бар ғүмерен урман эшенә ар­на­ған Хәмитйән Байғунды улы данлы хеҙмәт юлы үткән. Уның маҡтау ҡа­ғыҙҙарының, рәхмәт хаттарының иҫәбе-һаны юҡ, бер нисә тапҡыр социалистик ярыш еңеүсеһе була, күп тапҡыр ял йорттарына юллама менән бүләкләнә. Тырыш хеҙмәткәр­ҙе республика ҡалалары буйлап төрлө экскурсия­ларға ла йыш алып йөрөйҙәр. “Хеҙмәт ветераны” тигән абруйлы исемгә лайыҡ булыуы ла уның яуаплы, егәрле хеҙмәткәр булыуын күрһәтә. Эшенә намыҫ менән ҡараған, бурысын еренә еткереп башҡарған уҙаман хаҡлы ялға сыҡҡан­сы Нура леспромхозының Тимер юл ауылы участкаһында бригадир була. Уның бригадаһы һәр саҡта ла алдынғы һанала, планын даими арттырып үтәй.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫ­тан, бөгөн дә гөрләтеп донъя көтә Хәмитйән бабай. Баҡсаһында сөгөл­дөр, кишер, картуф үҫтерә. Ҡышҡы­лыҡҡа помидор, ҡыярҙарын маринадлап, төрлө емештән ҡайнат­малар әҙерләп ҡуйырға ла иренмәй ул. Донъя мәшәҡәттәренән айырылып, гәзит-журнал уҡырға ла ваҡыт таба. Йәнә ҡорама ҡорап, ултырғыс ябыуҙары, түшәктәр тегә. Үҙе йөн сиратып ойоҡ, бейәләй ҙә бәйләй.
– Элек, магазиндарҙа кейем булма­ғанлыҡтан, ҡайһы бер әйбер­ҙәрҙе үҙем тегә торғайным. – Хә­ҙер ваҡыт күп, рәхәтләнеп ярат­ҡан эшем менән булам. Оҡшаған шөғөл яңғыҙлыҡ тойғоһон да баҫа, күңелде лә тынысландыра, кәйефте лә күтәрә, – ти Хәмитйән Ғәлин.
85 йәшлек уҙаман үҙен ысын мәғәнәһендә бәхетле итеп тойоп, Яңы йылды үҙе теккән яңы кейем өлгөләре менән ҡаршылай.






Вернуться назад