Фекерҙәр – мең, рух – берҙәм26.12.2015
Баһалай, ҡарашын еткерә, хуплай, кәңәш-тәҡдим ебәрә – ғөмүмән, әүҙем яҙыша беҙҙең сайтты уҡыусылар. Фекерҙәре менән танышып сыҡҡас, халыҡ вәкилдәренең йәйғор төҫтәреләй төрлө-төрлө, әммә рухыбыҙҙың бер иш, бер ҡалыптан икәненә төшөнәһең. Республиканың ҡайһы ғына тарафында йәшәмәһен, олоһоноң да, кесеһенең дә милләт, тәбиғәт, тарих, киләсәк – йәғни тотош Башҡортостан яҙмышы өсөн битараф түгеллеге сағыла.
Мәҫәлән, Лилиә Нуретдинованың “Иртән тороп тышҡа сыҡһам, ГМО килә ята...” тип аталған махсус тупланмаһына Рифҡәт исемле уҡыусыбыҙ: “Ейәндәргә сифатлы ризыҡ ашатабыҙ тип, ҡаланан ауылға ҡайтҡан ғаиләләрҙе беләм. Магазиндан һәйбәт аҙыҡ-түлек алыу, ысынлап та, бәләгә әйләнде. Дөрөҫ туҡланыу мәсьәләһен күтәреп, бик һәйбәт эшләйһегеҙ. Милләттең сәләмәтлеген ҡайғыртыу тип ҡабул иттем быны”, – тип яҙып ҡуйған.
Сайтта иң күп уҡылған әҫәр – Салауат Әбүзәр ижад иткән “Ҡоролтайға көйлө хитап”. Ошо шиғри телмәргә 384 тапҡыр мөрәжәғәт итеп, уға ҡарата “... был шиғырҙы һәр ҡала, ауыл уртаһына ҙур хәрефтәр менән яҙып ҡуйғанда ла шәп булыр ине. Һәр кем уҡыр, уйланыр”, “Бына был, исмаһам, Шәйехзадалар заманы рухына тап килә торған һүҙҙәр!” тигән фекерҙәр әйтелгән.
Лариса Абдуллинаның “Сафуан Яҡшығолов XIX быуатта уҡ Ҡоролтай программаһын яҙған”, Венер Исхаҡовтың “Ҡасанға тиклем ситтәр кейендерер, туҡландырыр?”, Илдар Аҡъюловтың “Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем, шәлем түңәрәк түгел...” исемле яҙмалары ла гәзит дуҫтары тарафынан юғары баһаланған.
Халыҡта “Улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла” тигән әйтем бар. Әлеге телгә алынған фекерҙәр ҙә һәр ҡайһыбыҙға фәһем, файҙа килтереренә, ниндәйҙер кимәлдә ишара, ярҙам булырына шик юҡ. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!