Һаумы, шатлыҡ-һөйөнөс!26.12.2015
“Кешеләр! Шатлыҡтарығыҙ, матур хәбәрҙәрегеҙ, яңылыҡтарығыҙ менән уртаҡлашырға ашығығыҙ! Яҡ­шы, шатлыҡлы хәбәр өләшеп, һөйөнсө алыуҙан да ҙурыраҡ яҡ­шылыҡ бармы икән?..” тигән ал­тынға бәрәбәр һүҙҙәрҙең авторы – билдәле драматург, яҙыусы, шағир Ибраһим Абдуллин. Яңы йылды тап ошо хәҡиҡәткә ярашлы башлап ебәреү республикаға ғына түгел, тотош Ер йөҙөндә йәшәгән барса халыҡҡа ҡыуаныс, шат йылмайыу, күркәм күңел торошо бүләк итер кеүек. Тоғро дуҫтарыбыҙҙан килгән хаттар ҙа бит беҙҙе йылылыҡ, та­тыулыҡ моңона сорнай, киләсәккә өмөт сатҡылары уята. Сираттағы тупланма менән танышып сыҡҡас, һин дә, ҡәҙерле уҡыусым, быға инанырһың, күңелеңә – ял, йөрә­геңә дәрт алып ҡыуанырһың.

Хаттар бүлеге.


Вернуться назад