Кисә генә алғандай03.03.2012
Сәскә вазалары, һыулы килеш оҙаҡ ултырыу сәбәпле, ҡуныҡлана, төҫһөҙләнә башлай. Уны таҙартыу ҙа еңел түгел. Ә ялтырап, күҙҙе һөйөндөрөп тороуын бик теләге килә.
Уны йыуыуҙың бер алымын таптым. Һеҙгә лә тәҡдим итмәксемен. Вазаға һеркә менән тоҙ ҡушылмаһын ҡоям да бер аҙға шул килеш ҡалдырып торам. Артабан һабынлы һыу менән йыуам, таҫтамал менән ныҡ итеп ҡоротам. Ошонан һуң ваза кисә генә һатып алғандай була, сәскәләр ҙә матур күренә.
Мәүлиҙә СӘЛИМГӘРӘЕВА.


Вернуться назад