Беҙгә лә Ебәк юлы асылды25.12.2015
Өфөнөң Ҡала проекттарын үҫтереү фонды “Яңы Ебәк юлы — тыныслыҡ юлы” проекты конвентының эш төркөмөнә ҡабул ителде. Унда тыныслыҡ һәм хеҙмәттәшлек идеялары маҡсат итеп ҡуйыла. Эш төркөмөнөң тәүге халыҡ-ара ултырышы 18 декабрҙә Мәскәүҙә үткәрелде.

Сарала Туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Роман Скорый, Милли туристик союз белгестәре, төрлө төбәктәрҙән 57 делегат, ҠХР, Япония, Азербайжан, Көньяҡ Корея вәкилдәре ҡатнашты. Өфө менән Башҡортостан исеменән Ҡала проекттарын үҫтереү фонды сығыш яһаны.
Киләһе йыл Фонд Башҡортостандағы төп туристик маршруттарҙы стандартлаштырыу, инвестициялы яңы туристик проекттарҙы тормошҡа ашырыу, халыҡ-ара саралар ойоштороу, башҡа төбәктәр менән хеҙмәттәшлек итеү йәһәтенән байтаҡ эш башҡарырға ниәтләй.
Төбәктең проектта ҡатнашыуы туристик инфраструктураны үҫтереүгә яңы этәргес бирәсәк. Был шулай уҡ республикабыҙҙың тәбиғи, экологик, социаль-мәҙәни, иҡтисади һәм инвестиция ҡеүәте менән таныштырыу өсөн яҡшы мөмкинлек тә.




Вернуться назад