Виртуаль донъя һәр кемгә асыҡ25.12.2015
Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми порталы ил төбәктәрендәге власть органдарының сайттары араһында мәғлүмәти асыҡлыҡ күрһәткестәре буйынса иң яҡшы бишәү исемлегенә ингән. Рейтинг һөҙөмтәләре “Инфометр” проектында баҫылған. Эксперттар сайттағы мәғлүмәттең тулылығын 100 баллы шкала буйынса 95 процентҡа баһалаған. Айырыуса норматив акттарҙың ваҡытында һәм тулыһынса биреп барылыуын юғары баһалағандар.

“Инфометр” интернет-сайттарға эксперт мониторингы системаһы 2010 йылдан бирле эшләй. Проекттың төп маҡсаты — эксперттарҙың һәм власть органдарының үҙ-ара хеҙмәттәшлеген камиллаштырыу. Башҡортостанға килгәндә иһә, республика Хөкүмәте порталының ил кимәлендә дүртенсе урынға сығыуы, быға тиклемге рейтинг һөҙөмтәләренә ҡарап фекер йөрөткәндә, ысын мәғәнәһендә ҙур үҫеш.
“Инфометр” эксперттары сайттарҙың эшмәкәрлеген 206 параметр буйынса баһалай. Уларҙың фекеренсә, власть органы тураһындағы тулы мәғлүмәт, шул иҫәптән бәйләнеш өсөн телефондар күрһәтелгән сайттар күпкә файҙалыраҡ. Хоҡуҡи норматив акттарҙы халыҡ иғтибарына сығарыу һәм йәмәғәтселектең фекерен белеү ҙә ыңғай баһалана. Граждандарҙың мөрәжәғәте менән эшләү тураһындағы мәғлүмәттең асыҡлығы ла был осраҡта һуңғы урында тормай.
Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми порталы асыҡлыҡ һәм ғәҙеллек мөхитенә ышаныслы аҙым яһаны ла инде. Иң яҡшылар иҫәбенә эләгеү — беҙҙең властың асыҡлығының, ғәҙеллегенең, граждандар мәнфәғәтендә эш итеүенең асыҡ дәлиле.




Вернуться назад