Етемдәр йорттары кәмей25.12.2015
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостандағы балалар йорттарында тәрбиәләнгән етемдәр һаны икеләтә кәмегән. Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең Дәүләт Советы ултырышы йомғаҡтары буйынса журналистар менән аралашҡанда ошо турала белдерҙе.
— Беҙҙәге балалар йорттарында меңгә яҡын сабый тәрбиәләнә. Әлбиттә, улар патронат ғаиләләрҙә йәки тәрбиәгә бала алған ата-әсәләрҙә тәрбиәләнергә тейеш. Етемдәр йорттары бөтөнләй булмаһын ине лә бит. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тиҙ арала ғына уларҙан ҡотола алмаясаҡбыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Шулай ҙа тейешле йүнәлештә байтаҡ эш башҡарыла. Өс-дүрт йыл элек кенә бындай учреждениеларҙа 2 меңдән ашыу бала тәрбиәләнһә, әле уларҙың һаны ярайһы уҡ кәмене. Район, ҡала хакимиәттәре менән берлектә патронат ғаиләләрҙе арттырыу юлдарын эҙләйбеҙ. Был өлкәләге хәл тағы ла яҡшырыр, тип уйлайым. Әле беҙҙә 20-гә яҡын балалар йорто бар, был бигүк яҡшы түгел. Икенсе яҡтан, сабыйҙы һәр үткенсегә тапшырып ҡуйырға ла хаҡыбыҙ юҡ.