Бында әкиәт донъяһы, –
“Ҡар батшалығы” бында.
Балаларҙың шат тауышы
Әйләнә сихри моңға.
Боҙ тейендәр, боҙ ҡуяндар
Тора күҙ яуын алып.
Кай менән Герда* янында
Ҡунаҡта бөгөн халыҡ.
Боҙ тауынан, эй, шыуабыҙ,
Ҡурҡыныс түгел һалҡын.
Алланып тора сикәләр,
Йөрәктәр бөркә ялҡын.
* “Ҡар батшабикәһе” әкиәте геройҙары.