Тәҙрә төптәрендәге гөлдәр йортобоҙҙо йәмләй, кәйефебеҙҙе күтәрә. Әммә уларҙың да ауырыған, ял иткән саҡтары була икән. Беҙ һыуһыҙ тора алмаған кеүек, гөлдәрҙең дә йәшәү сығанағы — һыу. Матур, һоҡландырырлыҡ булып үҫһен өсөн һыуҙы ла дөрөҫ итеп һибергә кәрәк.
- Крандағы хлорлы һыуҙың ҡайһы бер гөлдәрҙе һулытыуы ихтимал. Ул һыуҙы бер тәүлек ябылмаған һауытта тотҡандан һуң ғына һибергә ярай.
- Һыуҙың йылылығы бүлмә температураһы менән бер төрлө булырға тейеш. Һалҡыны гөлдәрҙә тамыр ауырыуҙары барлыҡҡа килтерә һәм бөрөләрҙең ҡойолоуы ихтимал.
- Йәй — ямғыр, ҡыш ҡар һыуын һибеү һәйбәт.
- Эзбизле, йәғни артыҡ ҡаты һыу — гөлдөң дошманы. Һыуҙы йомшартыу өсөн һибер алдынан бер нисә семтем лимон кислотаһы һалып болғатырға йә иһә бер биҙрә һыуға 100 грамм торф һалып тоторға кәрәк. Шулай уҡ бер литр һыуға 1-2 грамм иҫәбенән минераль ашлама ҡушып та һибергә була.
- Тупраҡтың өҫтөн генә сылатып, әҙ-әҙләп кенә һибеү гөл өсөн зыянлы. Тулыһынса дымланырлыҡ, һауыт ултыртылған тәрилкәгә йыйылырлыҡ итеп ҡойорға кәңәш ителә. 15-20 минуттан һуң артығын түгеп ҡуяһың.
- Ҙур һауыттағыға ҡарағанда, бәләкәйендә үҫеүсе гөлдәрҙең тупрағы тиҙерәк кибә.
- Ҡыш, көҙ һәм яҙ айҙарында — иртән, йәй кис һибергә кәрәк. Эҫе һәм ҡоро көндәрҙә иртән дә, кис тә тәрбиәләргә.
- Һыу әйләнеше яҡшы булһын өсөн, тупраҡты йыш йомшартып торорға кәңәш ителә.
- Гөл һауытына сирткәндә аҙ ғына яңғырау ишетелһә, тупрағы кипкән тигән һүҙ. Тиҙерәк һыу һибергә кәрәк.