Сәғәт25.12.2015
Сәғәт – Ҡартатай, ҡарта­тай!!! – тип Йәмил өйгә йүгереп килеп инде.
– Әү, улым, ни булды һиңә?
– Ҡартатай, бөгөн беҙҙе мәктәптә хәтәр нәмәгә өйрәттеләр!
– Ә нимәгә?
– Сәғәтте белергә.
– Бик яҡшы, улым, хәҙер дәрескә үҙең сәғәткә ҡарап йөрөрһөң инде.
– Эйе, ҡартатай, йөрөрмөн дә ул. Тик...
– Ниңә тик?
– Мин бер нәмәһен аңламаным.
– Ә нимәһен, улым?
– Унда сәғәт телдәре өсәү.
– Эйе шул.
– Ә ни өсөн берәүһе шәп йүгерә, икенсеһе уртаса, ә өсөнсөһө бигерәк ығыш, шылмай тиерлек. Ниңә улай икән?
– Улым, сәғәт – ул бер татыу ғаилә. Шәп йүгер­гәне – ул секунд, уртансыһы – минут, ә аҙаҡҡыһы – сәғәт. Секунды бигерәк шаян, һинең һымаҡ йүгерә лә уйнай, йүгерә лә уйнай. Ә минуты тыныс, әммә тырыш, атайың һымаҡ. Ул, секундтың шатлы­ғын күреп, сәғәтте йә­шәтер өсөн тырышып эшләй. Ығышы — ул мин, ҡартлас ҡарта­та­йың. Ейәнемдең йүге­ре­үенә ҡыуанып, улым­дың тырышлығын күреп, йәшәйем, хәрәкәт итәм.
– Ә мин һәр саҡ секунд буламмы?
– Юҡ, улым, берәй ҡасан ваҡыт килер, атайың – сәғәт, һин – минут, ә һинең улың секунд булыр.
– Ә унан һуң мин сәғәт буламмы?
– Эйе, улым, бик аҡыллы сәғәт теле булырһың.




Вернуться назад