Барыһы ла ниәткә бәйле25.12.2015
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Хөрмәтле ҡәр­ҙәштәр, ватандаштар! Әс-сәләмү ғәләйкүм үә рәхмә­туллаһи үә бәрә­кәтүһ!
Ваҡыт – Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән иң ҙур ниғмәт. Әҙәм бала­һы тәү сиратта уның ҡәҙерен белеп, ғүмеренең һәр сәғәтен, көнөн файҙалы итеп үткәрергә тейеш. “Бөгөнгө эшеңде ир­тә­гәгә ҡал­дыр­ма”, – тигән Мө­хәм­мәт ғәләйһис-сәләм. Пәйғәмбәребеҙ йәнә бер мөбәрәк хәҙисендә юғарылыҡҡа, камиллыҡҡа ынтылыуҙан туҡтамаҫҡа бойорған. “Әгәр ҙә ки өммәтемдең ике көнө бер тигеҙ икән, был – ҙур отолош”, – тигән ул. Тимәк, алға барған һайын һәр яҡлап үҫешергә, ғилемебеҙҙе, һөнәрҙәребеҙҙе арттыра барырға бурыслыбыҙ.
Яңы миләди йылға аяҡ баҫҡанда үткәндә­ребеҙгә әйләнеп бағып, ғүмеребеҙ, башҡарған эштәребеҙ хаҡында уйланып алайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Бындай байҡауҙы айырым кешеләр генә түгел, коллективтар ҙа яһарға тейештер. Ниндәй уңыштарға өлгәшелгән? Ҡайһы эште башҡарып өлгөрөлмәгән? Быға нимә сәбәпсе булған? Ошо һәм башҡа һорауҙар ныҡлы фекер төйнәп, алға аныҡ маҡсат ҡуйырға булышлыҡ итер. “Барыһы ла ниәткә бәйле”, – тигән бит пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Тимәк, ваҡытты бушҡа үткәрмәҫтән, яңы йылға яңы маҡсаттар ҡуйып, тулы ышаныс, өмөт менән алға атларға бурыслыбыҙ.
2015 йылға байҡау яһағанда, ул ваҡиғаларға бай осор булды. Шуларҙың иң ҙуры – Өфөлә үткән БРИКС һәм ШОС саммиттары. Улар бәрәкәтендә, әл-хәмдү лил-ләһ, республикабыҙ бөтөн донъяла танылыу яуланы. Дәүләттәр араһында ныҡлы хеҙмәттәшлеккә юл ярылды, ҙур әһәмиәткә эйә килешеүҙәр төҙөлдө. Үҙ-ара татыулыҡҡа, именлеккә әйҙәгән сарала йәштә­ребеҙҙең дә ихлас ҡатнашыуы айырыуса шат­лыҡлы күренеш булды. Өҫтәүенә Өфөбөҙ тағы ла нурланды, юлдар яңыртылды, һоҡланғыс ҡунаҡханалар төҙөлдө. Ҡунаҡтарға республика­быҙҙа төрлө милләт, дин вәкилдәренең ни ҡәҙәр дуҫ-татыу йәшәгәнен, һәр береһенең асылы, мәҙәниәте, йолалары һаҡланыуын, ҡунаҡсыл­лығыбыҙҙы һәм башҡа бихисап өҫтөнлөгөбөҙҙө күрһәтеп, бөтөн донъяға сағыу өлгө таратыуға өлгәштек, әл-хәмдү лил-ләһ. Был ҡаҙаныштар – һәммәбеҙ өсөн дә ҙур ғорурлыҡ.
Быйыл республикабыҙҙа, илебеҙҙә иман йорттары күпләп асылды. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән төбәгебеҙҙәге төп дини ойошмалар араһында социаль партнерлыҡ тураһында килешеү төҙөлөүе айырым иғтибарға лайыҡ. Был документҡа ярашлы, иншаллаһ, йәштәрҙе тәрбиәләү, ғаилә ныҡлығы, ҡануниәт һәм башҡа мәсьәләләр буйынса бер-беребеҙгә ярҙамлашыу тығыҙ бәйләнештә дауам итәсәк.
Киләһе миләди йыл Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм тыуған изге рабиғел әүүәл айы мәлендә башлана. Әле бөтөн мәхәлләләребеҙҙә Пәйғәмбәребеҙҙең тарихы, хәҙистәре, “Ҡөрьән Кәрим” өйрәнелә. Был – халҡыбыҙ өсөн ифрат ҙур байлыҡ. Дини йәһәттән аңлатыу эштәре, әл-хәмдү лил-ләһ, йыл дауамында алып барылды, улар киләсәктә лә дауам итер.
Аллаһ Тәғәлә киләһе көндәребеҙҙе, йылда­рыбыҙҙы мөбәрәк ҡылһын, иншаллаһ. Хал­ҡы­быҙҙы яңы рухи кимәлгә күтәрергә, иҡтисадыбыҙҙы үҫтерергә насип булһын. Ошо бәрәкәттә, әҙәп-әхлаҡ, милләт-ара татыулыҡ мөхитендә йәштә­ребеҙ хәйерле ғилем алһын, мөхәббәт нигеҙендә ғаилә ҡорһон, һау-сәләмәт, тәрбиәле балалар үҫтерһен. Илебеҙ тыныс булһын. Именлек өсөн ҡулға-ҡул тотоношоп, бергә хеҙмәт итәйек, хөр­мәтле ҡәрҙәштәр. Тыуған еребеҙҙе, илебеҙҙе яратайыҡ, уны күтәреүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тырышайыҡ. Пәйғәмбәребеҙҙең “Ватанды һөйөү – имандың бер өлөшө” тигән һүҙҙәрен һис ҡасан иҫебеҙҙән сығармайынса, халҡыбыҙға хас ихтыяр көсөн юғалтмайынса, юғарылыҡҡа ынтылып йәшәһәк, киләсәккә ышаныслы аҙымдар менән атлаһаҡ, киләһе һәр көнөбөҙ нурланып балҡыр, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад