Ял биреп, күңелде балҡытайыҡ!25.12.2015
Ял биреп, күңелде балҡытайыҡ! Йылдам үҙгәреш, көн дә ниндәй­ҙер яңылыҡ кисергән заманда йәшәйбеҙ. Олуғ Мостай Кәрим әйтмешләй, “бәйгеләрҙә сапҡан ат һымаҡ”быҙ. Аллаһ Тәғәлә тарафынан һәр кемгә тик бер тапҡыр бүләк ителгән ғүмерҙе шулай янып-көйөп үтергә тейешбеҙҙер ҙә, әммә был мөмкин түгел.

Пәйғәмбәребеҙ Мө­хәммәт ғәләйһис-сәләм дә үҙенең мөбәрәк хәҙисендә хеҙмәттән айырылып, күңелгә ва­ҡыты-ваҡыты менән ял биреп тороу мөһимлеге хаҡында әйткән. “Әгәр ул арыһа, һуҡырая, изгелектәрҙе күрмәй башлай”, – тигән. Ошо йәһәттән йыл да ғинуар башында оҙайлы ял көндәре бирелә икән, һис тә насар түгел. Һәр кем уларҙы нисек үткә­ререн алдан планлаштырып, файҙалы итеп уҙғарырға тейеш. Тәү сиратта атай-әсәйҙең, туған­дарҙың хәлен белеү зарур. Яҡындарың менән күрешеү, аралашыу, фекер алышыу алдағы көндәргә ҙур бәрәкәт, күңелгә һиллек бирер. Оҙайлы ялда балаларға айырым иғтибар бүлеү мөһим. Юҡһа бит эш мәлендә улар күп осраҡта бер яҡ ситтә ҡала килеүсән. Шул уҡ ваҡытта был ял – йорт-ихаталағы тәртипкә күҙ һалыу өсөн дә уңайлы осор.
Ә буш ятыу һис тә дөрөҫ түгел. Мосолман һис ҡасан ваҡытын тиккә әрәм итмәй. Ял көндәрен матур, күңелде үҫтерерлек итеп уҙғарһаҡ, иҡтисадыбыҙ ҙа зыян күрмәҫ, киреһенсә, алға ғына китер. Ни өсөн тигәндә, туғандары менән осрашып, фекер алышып, әлегәсә башҡарған ғәмәл­дәренә байҡау яһап, уйланып, кәмселектәрен ҡабатламаҫҡа ниәт итеп, рухланып эшкә тотонған кешенең хеҙмәте татлыраҡ емеш бирер, бәрәкәтлерәк булыр.
Ваҡыттың ҡәҙерен белеп, ял көн­дәрен һөҙөмтәле үткәрергә тырышайыҡ, дуҫтар. Һаулығыбыҙҙы хәстәрләргә, үҙ-үҙебеҙгә иғтибар бүлергә лә онотмайыҡ. Яңы йылды тән һәм йән сәләмәтлегендә башларға насип итһен!




Вернуться назад