Икмәге лә икмәге...25.12.2015
Икмәге лә икмәге... — Миңә Ҡырмыҫҡалы икмәген бирегеҙ әле. Ҡомалаҡтан эшләнгәнен.
— Тик шул икмәкте алып ҡына күңелем була. Өфө магазиндарында шулай Ҡырмыҫҡалы икмәге оҙаҡ ятмай. Һайлау мөмкинлеге ҙур булған хәлдә лә, һатып алыусыларҙың күпселеге тап уны өҫтөн күрә.


Магазин кәштәләрендә хәҙер тә­биғи сеймалдан әҙерләнгән ризыҡты табыуы ауыр. Әйтерһең, күбеһен аҙыҡ-түлек сәнәғәте түгел, ә химия тармағы етештерә. Хат­та икмәккә лә әллә нин­дәй өҫтәмәләр, тәмләткестәр ҡушыла. Ә баҫыуҙа үҫкән ашлыҡ­ты тирмәндә тарттырып алып ҡайтып, ҡома­лаҡ­тан баш яһап, өй мейесендә әсәһе йә өләсәһе һалған икмәктең еҫ-тәмен кем онот­һон?! Хәйер, ундай бәхеттән мәхрүм булып үҫкән ҡала балаһы ла тәбиғилекте баһалай белә. Бына шундай уйҙарға һала Ҡырмыҫҡалы икмәге.
Кемдәр бешерә һуң был тәмле ризыҡты? Әлбиттә, Ҡырмыҫҡалы рай­онының ҡулланыусылар йәмғиәте уңғандары. Башҡортос­тан­дың атҡа­ҙанған сауҙа хеҙ­мәткәре Әлфирә Богданова етәкселегендәге икмәк комбинаты уңғандары тәүлегенә 14 тонна ризыҡ етештерә. Уның менән тотош район тәьмин ителә. Икмәк шулай уҡ көн дә Өфөнөң — 380, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 200 сауҙа нөктәһенә ебәрелә. Ойошма 125 төрҙәге продукция етештереү өсөн 20 сер­тификатҡа эйә.
Кирбес мейестә үҙҙәре әҙерләгән ҡомалаҡтан элекке йолаларға ярашлы беше­рел­гән икмәк һәр кемдең күңе­ленә хуш килә. 2013 йылда итальян ҡоролмаһы менән йыһазландырылған кондитер цехы асылыуы ҡулланыу­сылар йәмғиәтенә тағы ҡеүәт өҫтәп ебәрҙе. Һатып алыу­сылар 35 төрҙәге перәник, печенье кеүек кондитер изделиеларын яратып ҡабул итте.
Икмәк комбинаты йәш быуын күңелендә икмәккә, икмәк бешергән изге һөнәр эйәһенә хөрмәт уятыу маҡсатында әленән-әле экскурсиялар ойоштора. Балалар баҡса­лары тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары өсөн айы­рыуса фәһемле был сара.
Рәүис Әбүзәр улы Ха­жиевтың ун йылдан ашыу етәкселек итеү дәүерендә Ҡырмыҫҡалы ҡулланыусы­лар йәмғиәте йылдам үҫеш ки­серҙе. Әле район төп күрһәткестәр буйынса республикала беренсе урын­да килә. Оҫта ойоштороусы булараҡ, етәксе табышлы тармаҡтарҙы, тырыш белгес­тәрҙе үҫтерә белә, заманса технологияларға ҙур иғтибар бирә, ихтыяжды иҫәпкә алып, яңы баҙарҙарға сығыуҙы йүнләй. Предприяти­ены төҙөк­ләндереүгә, технологик ҡорамалдарҙы яңыртыуға ынтыла.
Ҡырмыҫҡалы икмәгенең даны республика, ил кимә­лендә юғары баһа ала килә. “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары”, “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” конкурстары лауреаты ул. Барлыҡ продукция “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” билдәһе менән сауҙа­ға сыға. Һатып алыусы­лар­ҙың бихисап рәхмәт хаттары — йәмғиәт коллективының тырыш хеҙмәтенә лайыҡлы баһа.




Вернуться назад