“Докторлыҡ диссертациямдың күберәк өлөшөн Мәйсәрә апайығыҙ яҙҙы бит”, – тип аптыратты филология фәндәре докторы, профессор Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы. Нисек инде?! Фәнни хеҙмәт мәктәптә өйгә бирелгән эш түгел, күсереү менән генә тамамланмай, етмәһә, апай – математик, ағай үҙе – тел белгесе... Өҫтәүенә улдары Азамат та – фән тауына ярайһы уҡ үрләгән зыялыларҙың береһе. Ғилләһе барҙыр был күренештең тип, ғаиләнән герой яһаған ханым, “Почет Билдәһе” ордены кавалеры, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, бихисап миҙалдарға эйә данлыҡлы остаз Мәйсәрә Әхтәмованың йылы усағына барҙыҡ. Бына-бына 90 йәшкә аяҡ баҫырға йыйынған ағай менән апайҙың бер-береһе өсөн өҙөлөп тороуы, күҙҙәренә ихлас, яратып бағыуы, әйтерһең дә, хәҙер үк киноға төшөрөрҙәй мөхәббәт тарихы. Эйе, тарих, сөнки унда аяуһыҙ һуғыш эҙҙәре лә, ғәмһеҙ бала саҡ та, үҙ көсөң менән аяҡҡа баҫыу ҙа, хәҙерге йәштәргә күркәм өлгө лә бар...– Һәр кемдең күңелендә бар ул йылы, яҡты бер мөйөш – бала саҡ хәтирәләре. Һеҙҙең дәүерҙә тыуған ҡыҙ һәм малайҙарҙың тап нығына башлаған сағына тура килә Бөйөк Ватан һуғышы...
– Уныһы шулай, ғаиләбеҙҙе ҡарар өсөн 11 йәштән колхозда эшләнек. Елгәрәбеҙ, көрәйбеҙ, сәсәбеҙ, утайбыҙ... Көлтә һала алмайбыҙ, бәләкәйбеҙ, шуға ла беҙҙе молотилканың аҫтына ултырта торғайнылар – ситкә төшкән игенде көрәп торор өсөн. Әбейҙәр игенде ура, беҙ уны көлтә итеп бәйләй инек. Көнө буйы колхоз эшендә йөрөп, ҡараңғы төшкәс кенә өйгә ыңғайлайбыҙ. Үгеҙ егеп, арбала йырлай-йырлай ҡайтабыҙ. Аттарҙы һуғышҡа алып китеп бөттөләр, беҙгә шул бер үгеҙ ҡалды, һәр эшкә уны ектек.
Ә бына Еңеүҙе ҡаршылау – онотолмаҫ ваҡиға. Бер ағайым яуҙа ятып ҡалды, икенсеһе яраланып ҡайтты. Атай-әсәйем – ҡарттар. Ололар илай, уларҙың ыңғайына беҙ, бала-саға, илаған булабыҙ. Иреккә сыҡтыҡ, туҡ булабыҙ тип ҡыуанабыҙ, йәнәһе. Йонсоған халыҡтар булды бит, “үлгән” бойҙай ашап та күптәр ҡырылды.
– Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы, һеҙҙең дә бала сағығыҙ аяуһыҙ һуғыш мәленә тура килгән. Тыл хеҙмәткәре миҙалына лайыҡһығыҙ икегеҙ ҙә...
– Эйе, афәт сыҡҡанда миңә 12 йәш ине. Хәҙер өҫтәлдәребеҙҙә ашарға ла, эсергә лә, шөкөр, бар, ә беҙ үҫкән заманда тамаҡ ялғар өсөн генә эшләнек, ас-яланғас ултырған мәлдәр булманы түгел. Бөгөнгө йәштәр быны күҙ алдына ла килтермәй, күрергә яҙмаһын да... Йөҙ грамм ондо ҡалаҡлап, көнөнөкөн көнөнә үлсәп-һанап ҡына тарата инеләр. Тотош ғаилә өсөн бер нисә ҡалаҡ он – бөгөнгө заман өсөн ҡот осҡос күренеш кеүек.
– Белем туплар йәшегеҙ еткән, ә дәһшәтле һуғыштың тамамланырын бер кем дә белмәй тиерлек. Ошо заманда уҡыу ихтыяжын нисек хәл иттеләр икән?
Мәйсәрә Сәләхетдин ҡыҙы:
– 1944 йылдар тирәһендә “Өлгөргәнлек аттестаты” тураһында положение сығарҙылар. Уны алыу өсөн 14-кә яҡын имтихан тапшырыу кәрәк ине. Ике ауыл уҡыусылары араһынан миңә һынау үтергә рөхсәт бирҙеләр. Тик юғары белемгә эйә булғандарҙан төҙөлгән махсус комиссия килеп, Ермолаево ҡасабаһында тикшерҙеләр белемебеҙҙе. Мөхтәр ҙә 12 кеше араһынан һайланған 6 уҡыусы иҫәбенә инеп, ошо уҡ имтихандарҙы тапшырған. Ул ваҡытта талаптар бик ҡаты булды, хәҙерге Берҙәм дәүләт имтиханы иһә уйын кеүек кенә ойошторола. Шуға йәш быуындың аң-белем кимәле лә борсоуға һала.
Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы:
– Һуғыш арҡаһында уҡыуымды бер йылға туҡтатырға мәжбүр булдым. Эйе, заманында талап ныҡ ҡаты ине, 10-сы класты тамамлағандарҙың имтихандары июль аҙаҡтарында ғына бөтә торғайны. Ошо “Өлгөргәнлек аттестаты”на лайыҡ тип табылғандар артабан профессор, яҙыусы, ғалим, капитандар булып китте. Талаптың, тәрбиәнең етдилеге һөҙөмтәһе тип һанайым быны.
Ғөмүмән, ҡайҙа ла уҡытыусыға оло хөрмәт, иғтибар күрһәтелде. Байтаҡ йыл эшләгәндәрҙе орден менән бүләкләйҙәр ине. Хәҙер шуныһы ҡыҙғаныс: уҡытыусы ғаиләһен ҡарар өсөн бер нисә урында эшләргә мәжбүр. Элек уҡыусыларҙы көҙгө һынауға, икенсе йылға ҡалдырыу ҙа бар ине. Уҡытыусылар ҡайһы саҡта ата-әсәне саҡырып өйрәтә, кәңәш бирә торғайны. Былар бит белемде төплө, еренә еткереп биреү маҡсатында ғына атҡарылды. Хәҙер уҡыусыға “өслө” ҡуялар ҙа хушлашалар. Шундайҙар юғары уҡыу йортона килеп инеүен-инә, әммә артабан уҡый алмай. Ата-әсәһенең, туған мәктәбенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтерә, университетты ташларға мәжбүр була. Әлеге малай һәм ҡыҙҙарҙың белем кимәленең һүлпәнәйеүе талаптарҙың етди булмауынан килә, минеңсә.
– Икегеҙ ҙә изге эште – уҡытыусы һөнәрен – һайлағанһығыҙ. Быны һеҙгә кәңәш иттеләрме, әллә үҙегеҙҙең ҡарармы? Әлеге заманда һәр уҡыусыға үҙ йүнәлешен асыҡларға ярҙам иткән, уның белеме өсөн ихлас көрәшкән, тырышҡан остаздар – бик һирәк күренеш. Киреһенсә, “был бала минең фән буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы бирәм тимәһен инде” тип теләгәндәр йыш осрай...
Мәйсәрә Сәләхетдин ҡыҙы:
– Бала саҡтан уҡ уҡытыусы булырға хыялландым. Өйҙә бәләкәй туғандарымды теҙеп ултыртып, мәктәп уйнай торғайныҡ. Көҙгө алдында өйөрөлөп, үҙемде остаз тип күрергә тырыша, өйрәнә инем. Ошо хыялым тормошҡа ашты, һәм быға бик шатмын.
– “1966 йылдың сентябре. Класҡа һомғол буйлы, етди ҡиәфәтле, аҡыллы ҡарашлы уҡытыусы апай килеп инде. Өфө ҡалаһының 1-се мәктәп-интернатында (хәҙерге Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты) математика дәресе башланды. 30 бала ултырған класта тынлыҡ урынлашты. Мәйсәрә Сәләхетдин ҡыҙы ипле генә иҫәнләште, кабинетҡа етеҙ генә ҡараш ташлап, дәресте башланы. Һәммәһе лә эшлекле, етди рухҡа көйләнде...” тип яҙған һеҙҙең уҡыусығыҙ – физика-математика фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты доценты Таһир Амангилдин. Хәйер, был ябай, әммә алтынға бәрәбәр һүҙҙәрҙе республика, ил кимәлендә танылыу яулаған байтаҡ шәхестәр – һеҙҙән белем алғандар – ҡуш ҡуллап ҡеүәтләй. Сере нимәлә, Мәйсәрә апай? Нисек тыңлаттығыҙ ҙа нисек кенә итеп төплө белем биреүгә өлгәштегеҙ?
– Үҙемдең шәхси алымдарым булғандыр ҙа инде, шулай ҙа иң мөһиме – уҡыусыларҙы ныҡ яраттым, ғаиләмдән дә артыҡ күрҙем, интернаттан ҡайтмай эшләй торғайным, тиһәм дә булалыр (көлә). Элек мәктәп-интернатҡа ауылдарҙан атай-әсәйһеҙ, ҡараусыһыҙ ҡалған, көнкүреш шарттары насар булған балаларҙы йыйып алалар ине. Миңә гел сығарылыш кластарын бирҙеләр, уларҙы юғары уҡыу йортона инергә әҙерләү ине бурысым. Бер баланы ла әрләмәнем, яманламаным, һәр береһе менән ипле мөғәмәлә булдырҙым. Уҡыусыны фәнең менән ҡыҙыҡһындырыу етә, ул ихлас, тырышып белем аласаҡ, шаярып йә ҡарышып ултырырға теләге лә, ваҡыты ла ҡалмаясаҡ. “Яҡшы һүҙ – йән аҙығы” тип өйрәтә торғайнылар беҙҙе. Педагогика үҙе лә бит һәр яҡлап уйлап, ипле эшләүҙе талап итә. Уҡыта башлағас, тағы шуға төшөндөм: уҡыусылар фәнде урыҫ телендә генә уҡый, әммә аҙаҡ имтихан тапшыра алмай. Ярҙам йөҙөнән алгебра, геометрия буйынса китаптарҙы тәржемә итеп, балаларҙы шулар ярҙамында уҡыттыҡ. Урыҫса-башҡортса математика терминдары һүҙлеген сығарыуға ла әлеге “мәшәҡәт” сәбәпсе булды.
Тәрбиә мәсьәләһен дә күҙ уңынан сығарырға ярамай, балаларҙы шәхес, республика киләсәге итеп үҫтереү бурысы ята бит ата-әсәләрҙең дә, уҡытыусыларҙың да иңендә. Ошо эшемдән китмәҫ тә инем, Мөхтәр ағайығыҙ, улым Азамат кандидатлыҡ, докторлыҡ диссертацияларын яҙа башламаһа... Ир-егеттәрҙе ашатырға, эсерергә кәрәк, ҡатын-ҡыҙҙың төп эше ошонан да ғибәрәт бит. Мәктәпте ҡалдырырға тура килде.
– Үҙегеҙҙе тотошлай өй йылыһын булдырыуға, ҡатын-ҡыҙ эшенә бағышланығыҙ инде...
– Эйе, хужабикә булып киттем. Мөхтәр – бер, Азамат икенсе бүлмәлә ултырып ғилми эш яҙа, мин уларға ашарға бешерәм, тәрбиәләйем. Ризыҡ әҙер булғас, кухняға саҡырам. Шул ыңғайы ғына килмәй әле улар, көтөп-көтөп, алып сығам өҫтәл янына. “Һөйләм тамамланмайынса ашау юҡ” тигән шаярыу ҙа бар беҙҙә. “Фекер тарҡала бит”, – тип тә борсола ине беҙҙең ир-ат.
Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы:
– Докторлыҡ диссертациямдың күберәк өлөшөн Мәйсәрәм яҙҙы тигәнем ошо була инде. Үҙ ғүмеремдә бер тапҡыр ҙа университет ашханаһында туҡланғаным юҡ, гел генә өйгә ҡайттым. Йортта йылы аштарын әҙерләп, ихлас ҡаршы алған ҡатыным булғанда, нимә тип мин буфетта йөрөп ятайым?! Гүзәл заттың иренә ҡарата тыуҙырған саф, наҙлы мөнәсәбәте тотош ғаиләнең именлегенә, үҫешенә барып тоташа, һәр яҡлап камиллаштыра ла кеүек.
Мәйсәрә Сәләхетдин ҡыҙы:
– Ғаилә тормошон алып барыуға, ҡатын-ҡыҙ бурыстарын дөрөҫ атҡарыуға әсәйемдән өйрәндем. Бәләкәй сағыбыҙҙа атайым эштән ҡайтмайынса киске ашты ашамай инек – тәртип шулай. Ғаилә хужаһы табынға яҡынлағас ҡына, беҙ ҙә, балалар, өҫтәлгә ыңғайлайбыҙ. Тышта уйнап йөрөгәндә лә өйгә йүгереп инеп: “Атай ҡайтманымы?!” – тип һөрәнләп һорашҡаныбыҙ хәтерҙә. Оло кешегә ихтирам да, иғтибар ҙа ошо рәүешле тәрбиәләнгәндер, күрәһең.
Үҙем, эштән ниндәй генә кәйефтә ҡайтыуыма ҡарамаҫтан, өйгә гел йылмайып килеп инә торғайным. Ишектән ингәс тә көлөп ебәрәм, яҡындарыма ипле, игелекле, ихлас ҡараш булдырырға тырыштым. Мөхтәрҙе һәр саҡ оҙатып ҡуям, ҡаршы алам.
– Азамат исемле ул үҫтереп, ысын мәғәнәһендә абруйлы шәхес иткәнһегеҙ. Ғәҙәттә, ғаиләлә яңғыҙ бала үтә иркә була. Шәхсән һеҙ был мәсьәләне нисек атҡарҙығыҙ?
Мәйсәрә Сәләхетдин ҡыҙы:
– Йортобоҙ – Өфө ҡалаһындағы тәүге туғыҙ ҡатлы өй – Карл Маркс урамында булды, улыбыҙ шунда тышҡа сығып китә лә яңғыҙы мәж килеп уйнай торғайны. Тотош ҡарға сумып, кейеме боҙ хәленә еткәнсе йөрөр ҙә, йүгереп килеп инеп, яңыһын кейер, йәнә тышҡа сығып китер ине. Артыҡ иркәләтмәнек, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләргә, үҙебеҙ өлгө бирергә тырыштыҡ. Карл Маркс урамында тороуыбыҙҙың тағы бер иҫтәлеге – туғандар ҡалаға поезд менән килеп төшә лә, юл ыңғайы уңайлы булғас, беҙгә инә торғайны. Беҙ эштә саҡта Азамат уларҙың һәммәһенә лә тейешле иғтибар, хөрмәт күрһәтеп, сәй эсереп оҙатып ҡуя ине. Ғөмүмән, малай тәрбиәләү өсөн ғаиләлә ир кеше булыуы зарур. Ҡатындың йәмәғәтенә ҡарата мөнәсәбәтенән фәһем алып үҫә бала. Хәҙер ҡайһы берәүҙәр сабыйын йәшләй генә “нянька”ға ҡалдыра ла эшкә сығып китә. Бындай осраҡта уның белемле, әҙәпле, күркәм булыуы мөһим, борон бит гувернанткалар ата-әсәнең үҙенән дә ғилемлерәк, юғары зиһенле булған, баланы дөрөҫ тәрбиәләгән. Әлеге һымаҡ, урамдан эшһеҙ ҡатынды алып, балаһын көнө буйына уға тапшырып ҡуймағандар. Һәр хәлдә сабыйыңды үҙең тәрбиәләү яҡшыраҡ та, файҙалыраҡ та.
– Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы, 54 йыл татыу йәшәгән ғаиләнең башлығы булараҡ, бының серҙәре менән уртаҡлашмаҫһығыҙмы?
– Матур йәшәүҙең бөтә сере – Мәйсәрәлә. Үҙ-ара килешеп донъя көтөүҙә. Улыбыҙ тыуғанда тауарға ҡытлыҡ заман ине, макаронды бешереп, иҙеп ашатҡан саҡтар ҙа булды. Тормоштоң һәр һикәлтәһен сабыр, айыҡ аҡыл менән үтеү кәрәк. Беҙ өйләнешкәндә икебеҙгә лә 30 йәш тулғайны инде. Мәктәптән һуң 4,5 йыл әрмелә хеҙмәт итеп, ҡайтып юғары белем алғансы шунса йәш булып китте. Бер-беребеҙҙе көтөп йөрөгән кеүек, табышып ҡауыштыҡ. Ғаилә именлеге, ҡото – ирҙең дә, ҡатындың да изге бурысы ул, минеңсә. Туйҙы ауылса ғына итеп үткәрҙек, ә 50 йыл бергә ғүмер итеүебеҙҙе туғандар менән йыйылып, күркәм билдәләнек.
– Бәхетлеһегеҙме?
– Аллаға шөкөр, бәхетебеҙ сикһеҙ: йүгерешеп йөрөгән ике ейәнсәребеҙ, ихтирамлы, игелекле улыбыҙ, киленебеҙ бар. Уларҙың шатлыҡ-ҡыуанысын күреү – ҙур байлыҡ та, ғорурлыҡ та. Йәшәй торғас, шуға инандыҡ: кеше ауырлыҡҡа түҙә икән ул, ә байлыҡҡа сыҙай алмай. Матди етешлек кенә тормош маҡсатына өлгәшкәнде аңлатмай, күңел тыныслығы, бәхетле ҡартлыҡ кисереү, балаларыңдың һөйөүен, иғтибарын тойоу – иң мөһиме һәм ҡәҙерлеһе ул. Халҡың тарихында яҡты эҙ, хеҙмәт ҡалдырыу ҙа – оло бәхет.
– Ҡыҙыҡлы, фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Яңы йылда яңы һөйөнөстәр, именлек, сәләмәтлек насип булһын ғаиләгеҙгә!
Гөлсәсәк МОСТАЕВА әңгәмәләште.