“Ике дуҫтың береһе ҡол була”. Күренекле яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Солтангәрәевтең тыуыуына 80 йыл тулған көндә ошо әйтем һәм ағайыбыҙҙың “Башҡортостан” гәзитендә байтаҡ йыл элек баҫылған шул уҡ исемле мәҡәләһе иҫкә төшә. Заманында ҙур шау-шыу тыуҙырғайны ул яҙма. Әҙипте яҡлаусылар ҙа, ҡаршы фекер әйтеүселәр ҙә булды. Яҙыусыны борсоғаны шул ине: Өфөлә һәм тағы бер нисә ҡалала бер-бер артлы төрөк лицейҙары асылды. Уларҙа уҡыу башлыса инглиз телендә барҙы. Һәйбәт уҡыған малайҙар һайлап алынды. Шулай уҡ төрөктәр беҙҙә бер нисә йыл дауамында “Заман” тигән гәзит сығарып ятты. Быларҙың бушҡа эшләнмәгәненә шик белдереп, Төркиәнең күп йылдар алға ҡарап, үҙҙәренең ниндәйҙер ниәттәрен тормошҡа ашырырға уйлағандарын һиҙемләп, йәмәғәтселекте һағайтырға мәжбүр итте Рәшит Солтангәрәев. Бөгөнгө тормошобоҙ уның хаҡлығын раҫланы. Әүлиә лә булған икән Рәшит ағай. Төптәнерәк уйлап ҡарағанда, төрөктәр быларҙың барыһын да Американың бойороғона, баҫымына бирелеп, бәлки, ике яҡтың уртаҡ килешеүе буйынса эшләгәндер тигән уйҙар тыуа. Сөнки шул заманда төрөк лицейында уҡыған балаларҙың иң һәйбәттәрен, белемлеләрен, аҡыллыларын, имтихан аша һайлап алып, туғыҙынсы класҡа Америка ғаиләләренә таратып биргәндәр. Шунда мәктәпте тамамлап, университетҡа инеп, юғары белем алған йәштәрҙең күбеһе сит илдә ҡалды. Уларҙың һәр төрлө өлкәләге уңыштары, асыштары шул дәүләтте үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Бөгөн ул балалар — утыҙ йәшкә еткән ир-егеттәр.
Был һауанан алынған миҫалдар түгел, ә аныҡ факттар. Күптәре Төркиәлә эшләп, Америка–Төркиә фирмаларында хеҙмәт юлын башланы һәм әле лә дауам итә. Башҡортостанға ҡайтҡандары күпме булды икән ул балаларҙың. Бындай статистиканы алып барыусы ла юҡтыр, моғайын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.
Бер быуын йәштәрҙе юғалтты республикабыҙ. Хәйер, бер генә быуын булдымы икән? Әгәр ҙә шунда Рәшит ағайҙың ошо сығышы булмаһа, артабан хәлдәр нимә менән бөтөр ине икән, уйлауы ла ҡурҡыныс. Ысынлап та, “Ике дуҫтың береһе ҡол була” тигән мәҡәләһенән һуң төрөк лицейҙарында тикшереүҙәр башланды һәм, күп етешһеҙлектәр асыҡланып, белем усаҡтары ябылды. Бына ул яҙыусы һүҙенең, сығышының тәьҫире!
Рәшит Солтангәрәевтең публицистикаһы тураһында иҫкә алғанда, уның тағы ла бер шундай шау-шыу тыуҙырған мәҡәләһен әйтмәй китеү мөмкин түгел. Ул — “Элек бында бейейҙәр ине” тигән сығышы. “Башҡортостан” гәзитенең бер бите тулып баҫылған мәҡәләһендә яҙыусы һәр башҡорт өсөн, республикабыҙҙың баш ҡалаһында йәшәгән һәр милләт кешеһе өсөн ҡәҙерле, изге урынға әйләнгән Салауат Юлаев һәйкәле янында әрмәндәрҙең шашлыҡ бешереп, аҡса эшләп ятыуына әсенеп, йөрәге әрнеп яҙғайны. Был сығышына ла бик күп хат килде редакцияға, байтағы гәзиттә баҫылды ла. Ҡыҙҙырылған ит еҫтәре, төтөн менән бергә әрмәндәр ҙә изге урыныбыҙҙан юҡҡа сыҡты.
Яҙыусы һүҙенең ни тиклем ҙур көскә эйә булыуын, йәмәғәтселекте күтәрергә һәләтле икәнен күрһәтте Рәшит Солтангәрәев. Яҡташым, ауылдашым тип әйтһәм дә була (сөнки мин Таймаҫта бишенсе кластан алып унынсыға тиклем уҡып, урта мәктәпте тамамланым), Рәшит ағайҙың юбилейы уңайынан матбуғат битендә сығыш яһарға уйламағайным да. Олпат, күренекле яҙыусы хаҡында замандаштары, бергә эшләгән ҡәләмдәштәре, дәрәжәле ағайҙар һүҙ әйтер тип көткәйнем. Шағирә һәм журналист Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина “Ашҡаҙар” радиоһына “Беҙҙең донъя” тапшырыуына күренекле шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәсән Назар менән икебеҙҙе саҡырғас, әлеге мәҡәләне яҙмай булдыра алманым. Башта ниңә икебеҙҙе лә саҡырҙы икән, тип аптырағайным. Баҡһаң, Рәшит ағай “Ер һәм йыр” исемле очерктар китабында – Хәсән Назар, “Ғаилә рухы” тигән яҙмаһында беҙҙең ғаилә – әсәйем, атайым, шағирә апайым Миңлегөл Хисамова – тураһында телгә алған.
Рәшит ағайҙың 75 йыллығында Таймаҫтағы осрашыуҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзының ул саҡтағы рәйесе, күренекле шағир Риф Тойғонов әҙип хаҡында иҫтәлектәр китабын туплауы тураһында әйткәйне. Ул йыйынтыҡ, моғайын да, Рәшит ағайҙың әлеге юбилейына сығырға тейеш булғандыр. Ләкин Риф ағай ҙа юҡ хәҙер, ҡулъяҙманың яҙмышы ла билдәһеҙ. Шул саҡта Рәшит ағай тураһында үҙемдең дә иҫтәлектәр яҙып бирмәүемә үкенеп ҡуйғайным. Әле килеп, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина радиоға саҡырғас, үкенестәрем яңырҙы һәм яҡташ ағайҙың рухына әйтер һүҙҙәремде еткерергә булдым.
Минән йыш ҡына: “Һин яҙыусының ауылында уҡығанһың, Рәшит ағай ҡәләмдәш дуҫтары менән мәктәбегеҙҙә булғандыр, танышыуығыҙҙы хәтерләйһеңме?” – тип һорайҙар. Юҡ, мин уҡыған йылдарҙа Рәшит ағай тыуған ауылына, мәктәбенә яҙыусылар менән килмәне, үҙем дә аптырай торғайным, тере әҙипте күрһәң ине, тип уйлай инем. Рәшит ағай үҙе лә ул ваҡытта тәүге китабын сығарған йәш яҙыусы булған. Унан һуң әлеге шикелле ауылдарға маршрут автобустары, таксиҙар ҙа йөрөмәй ине. Шәхси машина тураһында әйтеп тә тораһы юҡ. Рәшит ағайҙың бер туған апаһы Хәҙисә Ғимран ҡыҙы эшләгән Күмертауҙағы гимназияла ғына Мостай Кәрим, Шәриф Бикҡол кеүек яҙыусылар менән осрашыуҙарҙа булған.
Шуға күрә яҡташ ағай менән Өфөгә университетҡа уҡырға килгәс кенә танышып аралашырға насип булды. Әйткәнемсә, Рәшит ағай апайымдарҙың өйөндә булғанда әсәйем менән һөйләшергә әүәҫ ине. Аҙаҡ беҙгә: “Тарих – һеҙҙең өйөгөҙҙә. Әсәйегеҙҙән барыһын да һөйләтеп яҙып алып ҡалығыҙ”, – тигәне хәтерҙә. Ошондай осрашыуҙарҙан һуң беҙҙең хаҡта “Ғаилә рухы” тигән мәҡәләһен яҙҙы ла инде. Унда һуғыштан яраланып ҡайтҡан, госпиталдәрҙә ятҡанда өс ҡалын дәфтәр шиғырҙар яҙған, апайым менән икебеҙгә ғүмер биреп, һуғыштан һуң алты йыл ғына йәшәп, 28 йәшендә генә яҡты донъянан киткән атайыбыҙ Сәлимйән Ноғман улы хаҡында, һуғыш башланғанда ун өс йәштә булып, ун биштә тракторға ултырған, аҙаҡ та бөтә ауыр эштә бил бөгөп, 25 йәштә тол ҡалған, ике баланы аяҡҡа баҫтырып, үҙе аяҡһыҙ ҡалып, ике тиҫтә йылдан ашыу ярҙамға мохтаж булып йәшәүенә ҡарамаҫтан, бөтә матбуғатты, яңы сыҡҡан һәр китапты уҡып барып, үҙе лә гәзит-журналдарға яҙышып, балдаҡ аша үткәрерлек йоҡа шәлдәр, төрлө биҙәктәр һалып мамыҡ шәлдәр бәйләгән әсәйем Миңһылыу Шәрифйән ҡыҙы тураһында бик йылы мәҡәлә яҙҙы. Апайым менән икебеҙгә лә ҙур өмөттәр бағлауын белдерҙе. Ошо мәҡәләһен беҙ апайым Миңлегөл Хисамова менән икебеҙҙең бергә сыҡҡан “Миләш тәлгәштәре” тигән китабыбыҙға баш һүҙ итеп биреп ебәрҙек.
Яҡташ булараҡ, ижадыма иғтибар күрһәтә торғайны. “Гәзит эшенә бик бирелеп, шиғриәтеңде лә онотма”, — тип кәңәштәр ҙә әйтә ине.
Башҡортостан Яҙыусылар союзында йәштәр менән эшләү бүлегендә лә хеҙмәт итеп алды Рәшит ағай. Шул саҡта йәш яҙыусыларҙың Мәскәүҙә үткән VIII Бөтә Союз кәңәшмәһенә Гүзәл Ғәлиева, Эльмира Сәсәнбаева менән бергә миңә лә фатиха бирҙе. Шиғырҙарымды Ғәзим Шафиҡовтан, Роберт Палдән тәржемә иттереп, гәзиттә баҫтырып, хәйерле юл теләне. “Был бик мөһим сара, ошондай кәңәшмәлә Мостай Кәрим Рәсүл Ғамзатов кеүек бик күп күренекле шағирҙар менән танышҡан. Ижадыңа яуаплы ҡара, беҙ һиңә ҙур ышаныс белдерәбеҙ”, – тип оҙатты. Унан ҡайтҡас, союзда ла, йәштәр алдында ла беҙҙең отчетты тыңлатты. Әле булһа, Рәшит ағайҙың өмөтөн, ышанысын аҡлай алдыммы икән, тигән шиктәр йөрәгемде өйкәй. Журналистика бик күп көстө, ваҡытты ала, шиғриәттә тулыһынса асылырға мөмкинлекте сикләй шул.
Рәшит ағайҙың 50 йәшлек юбилейын Актер йортонда матур итеп билдәләнеләр. Шунда балаларҙың сығышын әҙерләү бурысы миңә тапшырылды. Башҡорт гимназияһы уҡыусыларына Рәшит ағайҙың китаптарының, әҫәрҙәренең исемдәренән шиғри юлдар яҙып, ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙек. Эй шатланды, балалар һымаҡ ҡыуанып, ихлас рәхмәт әйтте. Юҡтан ғына ла күңеле була торғайны шул.
Рәшит ағайҙың тағы ла бер фекере онотолорлоҡ түгел. “Һуғыш балалары – тарих яралары” тигән китабыма тотонор алдынан уның менән кәңәшләшергә булдым. Һуғыш ваҡытында бөтә ауыр эште ҡатын-ҡыҙ, ҡарттар менән бергә төпкә егелеп тартҡан балаларҙың фиҙакәрлектәре хаҡында иҫтәлектәрен яҙып сығарырға уйлағанымды белгәс, ул миңә былай тине: “Һәр яҙыусының, нисә генә йыйынтыҡ сығарһа ла, төп бер китабы була. Әгәр һин ошо ниәтеңде тормошҡа ашырһаң, ул да һинең төп китабыңа әйләнәсәк, тарихта ҡалырлыҡ хеҙмәт буласаҡ. Тик был изге эшең һүҙҙә генә ҡалмаһын”. Шөкөр, бөгөн Рәшит ағай алдында ла, әсәйем рухы алдында ла (ул да был китабымдың сығыуын шул тиклем ныҡ теләгәйне) йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килерлек түгел, тип әйтә алам. Ветерандарҙың һорауы, үтенесе буйынса быйыл Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап “Һуғыш яралаған бала саҡ” исемле икенсе китабым да донъя күрҙе. Унда Рәшит ағайҙың апаһы Хәҙисә Ғимран ҡыҙының да иҫтәлектәре урын алды. “Китап” нәшриәтенә рәхмәтем сикһеҙ. Инде Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ла өсөнсө китапты әҙерләй башланым. Уныһын да күреп ҡыуанырға яҙһын. Яу йылдары шаһиттары арабыҙҙан китеп бөтмәҫ борон уларҙың йөрәк әрнеткес хәтирәләрен киләсәк быуын, тарих өсөн яҙып алып ҡалыу – изге бурысыбыҙ. Ошоно аңлап, үҙе лә һуғыш осоро балаһы булараҡ, Рәшит ағайҙың һүҙҙәре изге эшемдә көс биреп тора.
Мин уҡыған Таймаҫ урта мәктәбе хәҙер Рәшит Солтангәрәев исемен йөрөтә. Белем усағына килеп ингәс тә, уның бюсы ҡаршылай. Мәктәптә яҙыусының музейы булдырылған. Үткән юбилейына ҡайтҡанда, беҙ күренекле яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премия лауреаты, Рәшит ағай менән бергә эшләгән Факил Мырҙаҡаев менән музейға яҙыусының һирәк фотоларынан тупланған альбом бүләк иттек. Оҙаҡ йылдар “Башҡортостан” гәзитендә эшләгән фотохәбәрсе Анатолий Виноградовтың бай архивынан алынған пленкаларҙы заманса кадрҙарға күсереп, әҙиптең бик күп фотоһына икенсе ғүмер бирҙек.
Мине генә түгел, иптәшем Ниязды ла, улыбыҙ Азаматты ла яҡын күрҙе Рәшит ағай, гел һорашып, ҡыҙыҡһынып, сәләмдәрен еткереп торҙо. Бер саҡ шулай урам буйлап өсәүләп китеп барабыҙ. Ҡаршыла Рәшит ағайҙы күргәс: “Ана, ҙур яҙыусы килә”, — тинек улыбыҙға. Азамат шунда уҡ: “Мостай Кәримме?” — тип һорай һалды. Рәшит ағай менән тиңләшкәс, шуны һөйләп көлдөргәйнек: “Ярай инде, мине шулай ҙур кешегә тиңләгәс,” – тип ҡыуанып, Азаматтың арҡаһынан һөйҙө лә: “Һин Баймаҡмы, Күмертаумы?” — тип һораны. Бала аптырап ҡалманы: “Баймаҡ та, Күмертау ҙа”, — тип яуап ҡайтарғас, Рәшит ағай рәхәтләнеп көлдө. “Ҡара һин уны, маладис, әллә өйрәтеп ҡуйҙығыҙмы, берегеҙҙе лә кәмһетмәй бит”, — тине шунан.
Рәшит ағайҙың бер һүҙҙе йыш ҡулланыуын бөтәһе лә хәтерләйҙер, моғайын. Ул ҡылымға гел “булаһыңмы” тигән һүҙҙе ҡыҫтырып һөйләшә торғайны: “Шунда эшләп йөрөгән булаһыңмы, шулай тип әйткән булдыңмы”. Юҡ, был һүҙҙе бер ниндәй ҙә кәмһетеү, көлөү ниәтенән әйтмәй ул, ә нисектер яҡын күреп, үҙ итеп еткерә. Рәшит ағайҙың хатта яҙыусылар тураһында сығарған көләмәстәрендә лә ниндәйҙер әсе көлөү, мыҫҡыл итеү, рәнйетеү кеүек хистәр юҡ. Үҙен дә ҡәләмдәштәре бер ваҡытта ла исеме менән түгел, ә Солтангәрәй тип кенә йөрөттө. Сөнки яҙыусылар араһында Рәшит исемле әҙиптәр күп ине.
...Һүҙҙәр матдиләшә, тиҙәр. Рәшит ағай ҙа үҙенең 60 йәшлек юбилейында: “65 йәшкә хәтлем йәшәһәм, үлһәм дә үкенмәҫ инем”, — тип әйткән, имеш. Бындай һүҙҙәрҙе хатта шаяртып та ишеттерергә ярамай. Хоҙайҙың “Амин!” тигән сағына тура килгәндер...
...Әҙиптең юбилейы Әҙәбиәт йылына тура килеүе ҙур мәғәнәгә эйә. Ул бөгөн дә – Башҡортостан яҙыусылары сафында. Рәшит Солтангәрәев башҡорт әҙәбиәте тарихында оҫта хикәйәсе булараҡ үҙенең лайыҡлы урынын алды. Хәсән Назар ағай әйткәнсә: “Башҡорт әҙәбиәтендә өс шәп хикәйәсе бар: Сәғит Агиш, Рәшит Солтангәрәев, Шакир Янбаев. Рәшит Солтангәрәевтең хикәйәләрен Чехов, Шукшин ижадтары менән йәнәш ҡуйырға мөмкин”. Әммә быныһы инде — бөтөнләй икенсе һөйләшеүҙең темаһы. Ә мин уға үҙемдең рәхмәт һүҙҙәремде еткереп, рухын ҡыуандырырға теләнем.