Яҡшы исем малдан артыҡ23.12.2015
Яҡшы исем малдан артыҡ Төҙөлөш — кешелектең мәңгелек бер шөғөлө. Шуның өсөн ошо тармаҡта эшләгән һәм төҙөлөш материалдары етештереү менән шөғөлләнгән предприятиеның уңышҡа өлгәшеүе өсөн киң мөмкинлектәр бар, тик тырышырға ғына кәрәк. “Строитель” компанияһы ­– тап шундай ойошмалар иҫәбендә.

Сифаты Европаныҡынан ҡалышмай

Үҙенең 12 йыл эшләү осоронда предприятие йылдан-йыл үҫеште һәм киңәйҙе, әммә маҡсаты элеккесә ҡалды. Өс булдыҡлы эшҡыуар – Рөстәм менән Руслан Шәри­повтар, Марат Абдуллин – кәңәшләшкәндән һуң бер компанияға берләшергә ҡарар итә. Бала саҡтан бергә уйнап үҫкән дуҫтар, уртаҡ эш менән шөғөлләнеп, конкурент түгел, партнер булырға хыяллана.
Бөтәһе лә ҙур булмаған ағас эшкәртеү цехын ҡуртымға алыуҙан башлана, унда улар ағас тәҙрә һәм ишек, мебель етештерә, йәнә фатирҙарҙа ремонт яһай. Ҡыҫҡаһы, һәр эш тә ҡулынан килә булдыҡлы егеттәрҙең. Ағас эшкәртеүсе яңы станоктар һатып алып, тауарҙың сифатын яҡшыртыуға өлгәшәләр. Артабан ағас һәм пластик евротәҙрә етештерә башлайҙар.
Әммә эшҡыуарҙар бының менән генә сикләнмәй. Тиҙҙән предприятие төҙөлөш эшмәкәрлеге өсөн лицензия ала. Даими заказсылар араһында шәхси эшҡыуарҙар ғына түгел, дәүләт учреждениелары, дини ойошмалар (мәсеттәр, сиркәүҙәр), төҙөлөш бизнесы вәкилдәре лә була. Ҙур проекттарҙың береһен ғәмәлгә ашырып, йәғни ит комбинатын үҙгәртеп ҡороп, “Строитель”, ниһайәт, үҙ бинаһына эйә була.
Элекке кирбес заводы биләмәһен һәм объекттарын һатып алып, компания етештереү майҙанын киңәйтә. Баҙар шарттарын өйрәнгәс, профнастил етештерә башлау тураһында ҡарар итеп, яңылышмайҙар. Предприятие продукцияһы йылдан-йыл танылыу ала, уға ихтыяж арта. “Строитель” әлшәйҙәрҙең генә түгел, яҡын-тирәләге райондарҙа йәшәгән халыҡтың да ихтыяжын ҡәнәғәт­ләндерә.
Әммә эшҡыуарҙар өлгәшелгәндәрҙә генә туҡталып ҡалмай. Төҙөлөш һәм етештереү эшмәкәрлеге, һатыу менән дә шөғөлләнгән компания артабан үҫеүен дауам итә. Цинк ялатылған ҡалайҙан түбә, фасад өсөн тимер әйберҙәр һәм беркеткестәр әҙерләүҙән тыш, ҡомло-полимер тротуар плитәһе етештереүҙе, инфра-ҡыҙыл нурҙар нигеҙендә эшләгән яңы йылылыҡ системаһын сафҡа индереүҙе үҙләштерәләр. Ағас эшкәртеү цехын ма­те­риалдарҙы киптереү өсөн махсус ҡорамал менән йыһазландырып, юғары сифатлы төҙөлөш продукцияһы сығара башлайҙар.
Бөгөн компанияны райондан ситтә лә яҡшы беләләр. Ул юғары сифатлы, әммә арзан тауар етештерә, уны тиҙ арала килтереп тә бирә, һәр клиентты хөрмәт итә. Заказ биреүселәргә иғтибарлы һәм ышаныслы мөнәсәбәте менән төҙөлөш баҙарында абруй ҡаҙанды предприятие. Ҙур эш тәжрибәһе һәм тауарҙарының юғары етеш­тереүсәнле булыуы уларға заман менән бергә атларға ярҙам итә.

Спорт менән бизнес айырылғыһыҙ

Эшҡыуарлыҡтан тыш, был предприятие райондың спорт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Игеҙәктәр Рөстәм менән Руслан Шәриповтар – кикбоксинг буйынса илдең спорт мастерҙары. Студент йылдарында республика чемпионаттары еңеүселәре, БДБ илдәре студенттары универсиадаһы призерҙары булған егеттәр уҡыу йортон тамамлағандан һуң, барыһын да аптыратып, бокс майҙанын ҡалдыра һәм тыуған ауылдарына ҡайтырға ҡарар итә.
— Раевка үҙенә тартты, бында беҙҙе яңғыҙы тәрбиәләп үҫтергән әсәйебеҙ ҙә көтә ине. Уға ярҙам итергә булдыҡ. Ҡасаба йәштәре араһында Көнсығыш көрәш төрҙәрен популярлаштырыу теләге лә ҙур ине, — тип иҫкә ала ул ваҡыттарҙы Шәриповтар.
Ағалы-ҡустылы икәү бына инде 18 йыл кикбоксинг буйынса тренер-уҡытыусы булып эшләй. Әйткәндәй, бөгөн дә көрәштең был төрө менән шөғөлләнергә теләүселәр кәмемәй. Өҫтәүенә балаларҙың күп өлөшө — аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән, тәрбиәгә ауыр бирелгән үҫмерҙәр. Бизнеста ла, спортта ла уңышҡа өлгәшкән остаздары улар өсөн, һис шикһеҙ, лайыҡлы өлгө булып тора.
Эйе, яратҡан шөғөлөңдө бар күңелеңде һалып башҡарғас, уңыш та оҙаҡ көттөрмәй. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең кикбоксинг секцияһында тәрбиә­ләнеүселәр, йылдан-йыл призлы урындар яулап, республика чемпиондары, Рәсәй кубогы финалсылары, һуңыраҡ инде йәштәр араһында донъя беренселеге еңеүселәре һәм призерҙары була. Башҡортостанда хәрби спорт төрҙәре буйынса беренсе форум Шәриповтарҙың тырышлығы менән тап Раевкала үткәрелә. Был турнирҙа 600-ҙән ашыу кеше ҡатнаша. Әлшәйҙән 43 спортсының 37-һе еңеүсе һәм призер исемен ала, 10 кикбоксер республика йыйылма командаһы составына инә. Шулай итеп, Рөстәм менән Руслан Шәриповтар Әлшәйҙә генә түгел, республикала ла кикбоксингтың үҫешенә күп көс һалды.

Байлыҡ өсөн түгел

Игеҙәктәрҙең күп яҡлы эшмәкәрлеге, һис шикһеҙ, Раевка өсөн бик отошло. Беренсенән, халыҡҡа төҙөкләндереү алып барыуға кәрәкле тауар етештерәләр. Әгәр район үҙәгенең бер генә урамы буйлап үтһәң дә, ун йорттоң һигеҙенең матур, уңайлы һәм ныҡлы ҡапҡа-ҡоймалары, түбәләре “Строитель” материалынан эш­ләнгән. Икенсенән, төбәктә кикбоксинг буйынса дөйөм спорт күрһәткестәре йылдан-йыл яҡшыра бара.
Яҡшы исем малдан артыҡ, ти халҡыбыҙ. Эйе, абруй бөтә байлыҡтарҙан да ҡиммәтерәк. Рөстәм менән Руслан Шәриповтар — бының асыҡ дәлиле. Эшҡыуарлыҡты, спортты, бағыусылыҡ эшмәкәрлеген берләштереп, улар предприятиеның уңышҡа өлгәшеү серҙәре, шәхси еңеүҙәре тураһында бына нимә ти:
— Байлыҡ, табыш артынан ҡыуыу маҡсаты менән йәшәргә ярамай. Был донъяла кәрәкле кеше булырға теләһәң, изгелек ҡыл. Һөҙөмтә һис көттөрмәҫ.







Вернуться назад