Егеттәр генә уҡыған ерҙә23.12.2015
Егеттәр генә уҡыған ерҙә Индустрия колледжында ике йыл рәттән оҫталар бәйгеһе ойошторола. Тимәк, уҡыу йортоноң матди-техник базаһы ныҡлы. Педагогтар уҡыу сифатын яҡшыртыуға күп көс һала, мәктәптәге шикелле һәр балаға айырым ҡараш булдырылған. Үҙ сиратында белем усағының абруйы йылдан-йыл арта.

Колледж директоры Ильвира Насибул­линаның һүҙҙәренә ҡарағанда, бәләкәйҙән һөнәр үҙләштереүселәр тор­мошҡа тиҙ яраҡлаша, йәшәйештә үҙ урынын еңел таба. Ғөмүмән, бигерәк тә малайҙар күп һөнәргә эйә булырға тейеш. Үҙ сиратында хеҙмәтең ни тиклем емешле икән, ил һәм халыҡ алдындағы хөрмәтең дә шул тиклем ҙур.
Бөгөн был уҡыу йортонда 800 үҫмер иҫәпләнә. Күп белем усаҡтарындағы шикелле, бында ла IX һәм XI кластан һуң уҡырға ҡабул итәләр. Ниндәй юҫыҡта белем бирәләр тиһегеҙме? Иретеп йәбештереүсе, киң профилле механизатор, машина төҙөлөшө белгесе, иҡтисадсы һәм башҡа кәрәкле һөнәрҙәргә. Уҡыусылар өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа бар – тырышып ғилем эстә генә.
Егеттәр генә уҡыған ерҙәКолледж төрлө предприятиелар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Мәҫәлән, “Уралтехнострой”, “Туймазы автобетон заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәттәрендә, БАСЭТ заводында студенттар практика үтә, артабан етәкселек йәш белгестәрҙе ҡуш ҡуллап эшкә ала.
Уҡыусыларҙың буш ваҡыты файҙалы уҙһын өсөн педагогтар бар көсөн һала. Яҡты һәм иркен китапхана бар. Һау-сәләмәт тормош алып барыусылар спорт залына йыйылып баскетбол, волейбол уйнай. Ниндәй егет тренажер залын урап үтһен, ти. Әлбиттә, күптәрҙең яратҡан урыны ул.
Етәкселек хәрби-патриотик тәрбиәгә ҙур иғтибар бүлә. “Юғалған ауылдың ҡәберҙәре” тигән эҙәрмәндәр клубына йөрөүселәр һаны артҡан. Колледждың хәрби дан музейы экспонаттар менән даими тулылана. Уҡыу йорттары араһындағы спартакиадала, милли көрәштә һынатмайҙар. Спорт мастерҙары Ринат Йәнекәев менән Айҙар Хәбибуллин — уҡыу йортоноң ғорурлығы.
– Бында егеттәр генә уҡый, – ти Ильвира Ҡасим ҡыҙы. – Бигерәк тә һуңғы йылдарҙа беҙҙә ғилем эстәүселәр һаны артты. Юҡҡа ғына колледжды ресурс үҙәге тип атамайҙар. Эшсе һөнәрҙәр әҙерләү – төп маҡсатыбыҙ.


Вернуться назад