Иҫеректәр һаман хәүеф тыуҙыра23.12.2015
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, республикала бер төндә 200 иҫерек водитель тотолған. Шуларҙың дүртәүһенә енәйәт яуаплылығы янай. Полиция хеҙмәткәрҙәренең рейды Башҡортостандың бөтә район, ҡалаларында үтте.
— Иҫкәртеү саралары барышында Өфөнөң Цюрупа урамында ВАЗ-2107 машинаһы туҡтатылды. Рулдә ултырған водителдән алкоголь еҫе килә ине. Ул машинанан төшөрөлдө, автомобиль махсус штраф туҡталҡаһына оҙатылды, — ти юл-патруль полкы инспекторы Азат Вахитов.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре бындай рейдты аҙна һайын үткәрә. Тәртип һаҡсылары юлдағы башҡа етешһеҙлектәрҙе лә асыҡлай. Мәҫәлән, берәүҙең үҙе менән водитель таныҡлығы ла, паспорты ла булмай сыға. Бер тәүлек эсендә 3 меңдән ашыу тәртип боҙоу осрағы теркәлгән, 213 иҫерек водитель тотолған. Улар 1,5 йылға водитель таныҡлығынан мәхрүм ителәсәк, 30 мең һум штраф түләйәсәк йәки енәйәт яуаплылығына тарттырыласаҡ.