Ел-дауыллап буран килә23.12.2015
Башҡортостанда коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көсөргәнешле режимда эшләй. Ҡеүәтле циклон төбәккә ҡар бураны килтерҙе.

Өфөлә ямғыр ҡатыш ҡар яуыуы көтөлә. Юлдарҙа боҙлауыҡ, һырынтылар, ағастарға һәм тимер сымдарға ҡар һырыуы ихтимал.
Баш ҡалала төндә урамға 300-ҙән ашыу махсус техника бе­рә­меге сығарылды. Урам һепереүселәр ҡар көрәй, тротуарҙарға ҡомло ҡатнашма һибә.
Автоһәүәҫкәрҙәрҙе һәм йәйәүлеләрҙе юлда мөмкин тиклем иғтибарлы һәм һаҡ булырға саҡырабыҙ. Водителдәр иһә автомобилдәрен махсус урындарҙа ғына ҡалдырһын, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәһен ине.


Вернуться назад