Беҙҙең төйәк хозур шул!23.12.2015
Быйыл 87 меңдән ашыу кеше Башҡортостандағы тәбиғәт парктарында булған. Республикалағы Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, туристарҙың иң яратҡан ял урыны “Ҡандракүл” икән. Бында 46 меңгә яҡын кеше ял иткән. Икенсе урында — “Ирәмәл” тәбиғәт паркы. Унда 14,7 меңдән ашыу кеше барған. “Мораҙым тарлауығы” менән “Асылыкүл” 13-әр мең туристы ҡабул иткән.

Тәбиғәт парктарын башҡа төбәк кешеләре лә үҙ итә. Айырыуса Татарстандан, Пермь крайынан, Ырымбур, Силәбе һәм Свердловск өлкәләренән күпләп киләләр. Һәр объектта ял итеү өсөн шарттар булдырылған. Мәҫәлән, “Ирәмәл” паркы биләмәһендә биш маршрут бар. Тейешле мәғлүмәт, юл күрһәткестәр ҡуйылған, туристик туҡталҡалар, ҡунаҡ йорттары асылған. Быйыл “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосы буйынса экологик-мәҙәни маршрут ойошторолған. “Мораҙым тарлауығы”нда рекреация зонаһы асылған, визит үҙәге бар. Оло Эйек ярында ял итеү урындары йыһазландырылған, “Яңы Мораҙым мәмерйәһе” тигән экскурсия маршруты асылған. “Ҡандракүл”дә иһә 54 туристик база эшләй.





Вернуться назад