Ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙер торайыҡ23.12.2015
Яңы йыл байрамы етә. Күңелле мәшәҡәттәр көтөү менән бергә беҙҙе төрлө бәлә-ҡаза ла һағалап тора.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов республикала Яңы йыл байрамы осоронда ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында юғары әҙерлек режимын ғәмәлгә индереү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Был осор 2015 йылдың 20 декабренән киләһе йылдың 10 ғинуарына тиклем дауам итәсәк.