Ынтылыш бар, һынылыш юҡ23.12.2015
– Һоранып, ялбарып, илап һәм талап итеп йөрөүҙе туҡтатығыҙ! Бер кем дә бер нәмәне лә ҡулыңа килтереп тоттормаясаҡ, – республиканың инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса кисә булып үткән кәңәшмәһе Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ошондай һүҙҙәре менән башланып китте.

Рөстәм Зәки улы билдәләүенсә, конкурентлыҡты үҫтереү йүнәлешендә һиҙелерлек алға китеш юҡ. Беҙҙең республика эшҡыуарлыҡ өсөн уңайлы шарттар булдырылған төбәктәр исемлегенә инмәй. “Ҙур корпорациялар һәр береһе үҙ тормошо менән йәшәй, бәләкәй һәм уртаса предприятиелар ғына үҙгәрештәр кәрәклегенә ыңғай ҡарай”, – тип билдәләне республика етәксеһе.
– Инвестиция мөхитен яҡшыртыу, республиканы был йәһәттән алдынғы урынға сығарыу өсөн күп тәҡдимдәр әҙерләнде, – тип сығыш яһаны иҡтисад министры Сергей Новиков. – Уларҙың үтәлеше буйынса бурыстар төрлө министрлыҡтарға һәм ведомст­воларға еткерелде. Мәҫәлән, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетына бәләкәй эшҡыуарлыҡты финанслау буйынса махсуслашҡан фондтар булдырырға, Финанс министрлығына муниципаль кимәлдәге һалымдарға мониторинг үткәрергә кәрәк...
– Алдынғы урынға сығыу үҙмаҡсат түгел, ул фәҡәт беҙ баш­ҡарған эшкә баһа ғына, – тине республика Башлығы. – Беҙ биз­нес өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙы төп бурыс итеп ҡарарға тейешбеҙ. Ләкин был йүнәлештә һүлпәнлек көслө әле, министрлыҡтар ағымдағы эш һәм отчет төҙөү менән мәшғүл.
Сығыштарҙан күренеүенсә, хеҙмәтләндереү буйынса эшҡы­уарлыҡ күләме лә ҡыҫҡара. Хосуси нигеҙҙә эшләгән балалар баҡсалары, мәҫәлән, бер-бер артлы ябыла башлаған икән, сөнки айына 15 – 20 мең һум түләп торорға һәләтле ата-әсә һаны һуңғы ярты йылда ҡырҡа кәмегән. Пассажирҙарҙы шәхси автобустар менән хеҙмәтләндереүҙе “шикле әҙәмдәр кон­тролендәге ҡараңғы урын” тип атанылар – унда тәртип булдырыу тураһында нисәмә йылдар һөйләһәләр ҙә, үҙгәреш юҡ. Медицина өлкәһендәге хосуси йүнәлеш тә артта ҡала, торлаҡ-коммуналь хужалығын әйтеп тә тораһы түгел...




Вернуться назад