Кәңәшләшеп, килешеп...23.12.2015
Кәңәшләшеп, килешеп... Ошо көндәрҙә Өфөлә Башҡортостан Журналис­тар союзының ХХ съезы үтте. Уның эшендә союздың 83 беренсел ойошмаһынан 89 делегат, шулай уҡ саҡырылған 85 ҡунаҡ ҡатнашты.

— Съезд — төбәктәге киң мәғлүмәт саралары алдында торған һөнәри бурыстарҙы тағы бер ҡат тикшереү, респуб­ликалағы медиаберләш­мәнең артабанғы үҫеш юлдарын билдәләү мөмкинлеген биргән үҙенсәлекле майҙансыҡ ул, — тине ойошма рәйесе Артур Дәүләтбәков. — Социологтар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, көрсөк осоронда матбуғат дуҫтарының талаптары үҙгәрә. Кешеләрҙе күберәк йәмғиәт өсөн әһә­миәтле аналитика, төбәк тураһындағы мәғлүмәт ҡыҙыҡһындыра. Ошо күрһәткес­тәргә таянып, редакциялар мә­ҡәләләрҙең сифатына, жур­налис­тарҙың һөнәри оҫталы­ғына баҫым яһарға тейеш. Журналистар союзының төп бурыс­тарының береһе — һәләтле кадрҙарға булышлыҡ итеү, аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн шарттар тыуҙырыу.
Артур Дәүләтбәков беренсел ойошмаларҙың эшмәкәр­леге, ағзалыҡ иғәнәләрен йыйыу, ветерандар менән эш, йәш кадр­ҙарҙы уҡытыу, союздың Матбу­ғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы менән берлектә үткәргән мөһим саралары хаҡында һөйләне.
Фекер алышыу барышында союз ағзалары журналис­тарҙың эш хаҡы, кадрҙар әҙерләү программаһы төҙөү, ветерандарға әхлаҡи һәм матди ярҙам күрһәтеү һәм башҡа мәсьәләләрҙе күтәрҙе.
Съезда шулай уҡ республи­каның Матбуғат һәм киң мәғлү­мәт саралары агентлығы етәк­сеһе Борис Мелкоедов сығыш яһаны. Ул Журналис­тарға яр­ҙам фондын һәм Журналистика институтын асырға тәҡдим итте.
Республика Журналистар союзы рәйесе итеп “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков ҡайтанан һайланды.



Вернуться назад