Башҡорттар Эрмитажда ла “йәшәй”23.12.2015
Башҡорттар Эрмитажда ла “йәшәй” Санкт-Петербург ҡалаһындағы Эрмитажда халҡыбыҙға бәйле бик үҙенсәлекле ҡомартҡылар һаҡлана. Атап әйткәндә, XX быуат башында эшләнгән фарфор һындарҙа башҡорт ғаиләһе кәүҙәләндерелгән.

Батша Николай II заказы буйынса Император фарфор заводында Рәсәй халыҡтарын һынландыралар. Заводтың был проекты ул мәлдә иң ҙурҙан һанала. Милли кейемдәрҙәге фигуралар өс серияла яһала. Костюмдарҙың өлгөһө император Александр III һәм Кунсткамера рус музейының экспонаттарынан алына.
Һындарҙың макетын билдәле скульптор П.П. Каменский эшләй. Үҙ хеҙмәтендә ул антропологик типтарҙың характерлы үҙен­сә­лектәренә һәм кейем­дәрҙең биҙәк өлгөләренә төплө иғтибар бүлә. Был фигура­ларҙың күбеһе батшалар йәшәгән һарайҙа – Эрмитажда – һаҡлана, Рәсәй Этнографик музейында иһә 47 экспонат урын алған.



Вернуться назад