Һуғым мәле. Был осорҙа ауылдарҙа – байрам кәйефе. Ҡаҙ өмәләре гөрләй. Мал-тыуары көр булһа, ҡайһылай шәп, тип хужалары ҡыуана. Йылға буйҙарында ҡатын-ҡыҙҙар шау-гөр килеп эсәк-ҡарын сайҡай, өйгә ҡот-бәрәкәт өҫтәп ҡаҙанда аш бешә. Тирә-йүнгә тәмле еҫ тарала. Һуғым осоро әүәл-әүәлдән халҡыбыҙ тормошоноң матур бер сағылышы һаналған. Ул – етеш тормош, именлек билдәһе. Туғандар, дуҫтар осрашып күңел асыуға бер сәбәп тә. Миҙгелдең бындай изге йолаһынан ни эшләп әле ҡала халҡы мәхрүм ҡалырға тейеш? Тап ошо маҡсаттан быйыл баш ҡалабыҙҙа тәүге тапҡыр, 26 декабрҙә, “Ит фестивале” ойошторола. Ул Спорт һарайы майҙанында үтәсәк.
Ауыл хужалығы министры Николай Коваленко белдереүенсә, йәрминкә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов тәҡдиме менән ойошторола. Бөгөн кәштәләрҙе үҙебеҙҙең аҙыҡ менән тултырыу хаҡында һүҙ алып барғанда, сараның әһәмиәте ифрат ҙур. Беренсенән, ул ауыл хужалығы эшсәндәренә үҙҙәре етештергәнде ҡулланыусыға туранан-тура еткерергә форсат бирһә, икенсенән, ҡала халҡына байрам алдынан таҙа, сифатлы, шул уҡ ваҡытта арзанға ит алыу мөмкинлеге тыуҙыра. Ул мал үҫтереүселәрҙе төрлө ығы-зығынан, тауарын аралашсыларға арзанға биреп ебәреүҙән дә ҡотҡара.
Ҡыш Бабай резиденцияһына сәйәхәт фестивалдең бер йәме булыр тип көтөлә. Яңы йыл почтаһы эшләйәсәк, уның аша донъяның теләгән мөйөшөнә ҡотлау открыткаһы ебәрергә мөмкин буласаҡ.
Шулай уҡ ит тураусылар парадында республиканың төрлө төбәктәренән килгән егеттәр үҙҙәренең маһирлығын күрһәтәсәк.
Фестиваль төрлө майҙансыҡта үтә: береһендә колбаса, ит деликатестары, ярымфабрикаттар һатылһа, икенсеһендә Өфө ашнаҡсылары ҡунаҡтарҙы төрлө аш-һыу, милли аҙыҡтар менән һыйлаясаҡ, итте дөрөҫ ҡурырға өйрәтәсәк.
Фестиваль барлыҡ халыҡтың күңел асыу байрамына әүереләсәк. Төрлө уйындар, спорт ярыштары ойошторолоп, сәнғәт оҫталарының йыр-моңо, дәртле көйҙәр тантанаға йәм өҫтәр тип көтөлә.
Азат ФАЗЛЫЕВ, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты вазифаһын башҡарыусы:– Бик кәрәкле сара был. Йәрминкәлә республиканың ит һәм ит аҙыҡтарын етештереүселәр, шулай уҡ крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ҡатнаша. Уны йылына бер тапҡыр ғына үткәреү аҙ. Шуға ла киләсәктә кәмендә ике мәртәбә ойоштороу хаҡында һүҙ алып барыла.