Р. С. Зәйнетдинов23.12.2015
Р. С. Зәйнетдинов Башҡортостан Респуб­лика­һының халыҡ рәссамы, Баш­ҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт пре­мияһы лауреаты Рәшит Сәй­фетдин улы Зәйнетдинов вафат булды.
Р. Зәйнетдинов — республикала ҙур танылыу яулаған рәссам, монументалист, педагог. Ул 1938 йылдың 18 июнен­дә Ғафури районының Яңы Ҡауарҙы ауылында тыуған. 1980 йылдан — Рәсәй Рәссам­дар союзы ағзаһы. 1972 йылдан республика, төбәк, Бөтә Союз, Бөтә Рәсәй күргәҙмәләрендә әүҙем ҡатнаша.
Монументаль сәнғәттә лә уңыштары ярайһы уҡ ҙур. Уның “Трассовиктар. 720-се км”, “Икмәк хаҡында һүҙ”, “Атай иҫтәлегенә”, “Башҡорт яугир­ҙәре Башҡортостан автоно­мияһы иғлан ителеү тураһын­дағы белдереүҙе тыңлай” (Г. Ка­литов менән берлектә), “Уңыш” колхозы кешеләре”, “Ер күңеле”, “Йондоҙлоҡ”, “Йәш ғаилә”, “Дим йылғаһы”, “Әсә портреты” кеүек әҫәрҙәре йәмәғәтселеккә яҡшы таныш. Рәссам-портретист булараҡ ҡала һәм ауыл эшсәндәре, Ҡол-Ғәли, Салауат Юлаев, М. Аҡ­мулла, З. Вәлиди, Ш. Бабич, М. Ғафури, Мостай Кәрим, З.Ис­­­мәғилев, Н. Сабитов һәм башҡа күренекле мәҙәниәт, фән, сәнғәт эшмәкәрҙәре порт­рет­тарының тотош галереяһын ижад итте.
Р. Зәйнетдиновтың әҫәрҙәре юғары профессионализм, ватансылыҡ менән һуғарылған, темаларҙың көнүҙәклеге менән айырылып тора. Һүрәттәрендә ул башҡорт халҡының күңел йомартлығын, ҡунаҡсыллығын, тырышлығын, көс-ҡеүәтен кәүҙәләндерә. Әҫәрҙәрендә төбәктәге күп милләтле мәҙә­ниәттәр бәйләнеше, халыҡтар­ҙың рухи тормошона ыңғай йо­ғонто яһау тураһындағы фекер сағыла. Оҫтаның ижады СССР Художество академияһында ла юғары баһаланған.
Мөһим тарихи ваҡиға — Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығын байрам иткән осорҙа Рәшит Сәйфетдин улы Г. Калитов менән берлектә “Темәстәге сәй табыны”, “Тәүге башҡорт илселәре” тигән картиналар ижад итте. Улар Мәс­кәүҙә ойошторолған “Башҡорт­остан Республикаһының һынлы сәнғәте” күргәҙмәһенә ҡуйылды.
Рәссамдың әҫәрҙәре М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы музейында, Күмер­тау ҡалаһындағы картиналар галереяһында, Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейында, Ш. Хоҙайбирҙин музейында, шулай уҡ Рәсәйҙәге һәм сит илдәрҙәге шәхси коллек­ция­ларҙа һаҡлана.
РСФСР Художество фон­ды­ның Башҡортостан бүлек­сәһендә баш рәссам булып эшләгән Р. Зәйнетдинов ҡала һәм ауылдарҙың художестволы биҙәлешенә тос өлөш индерә. Тырыш хеҙмәте өсөн ул РСФСР Юғары Советы Президиу­мы­ның һәм КПСС-тың Башҡорт­остан Өлкә комитеты Почет грамотаһы менән бүләк­ләнә.
Р. Зәйнетдинов — әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, З. Исмәғи­лев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында һынлы сәнғәт факультетын ойоштороу­сыларҙың береһе. 1991 йылда ул ошо факультет деканы итеп тәғәйенләнә. Рәсәйҙең юғары художество белем биреү системаһында уҡытыусы һәм етәксе булараҡ Рәшит Сәйфетдин улы юғары абруй ҡаҙана. Уның уҡыусылары араһында күренекле, сағыу исемдәр бихисап. 1998 йылда В. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт академия художество институтының Ғилми Советы ҡарары менән уға “профессор” ғилми дәрәжәһе бирелә.

“Башҡортостан” редакцияһы коллективы.



Вернуться назад