Уңдырышлы ерҙең бәрәкәте22.12.2015
Һәүәләй урта мәктәбе алдында еңел машиналар теҙелгән. Тегенән дә, бынан да кешеләр ағыла. Мәктәп эсе иһә умарталай гөжләй. Кемдер күптән күрмәгән класташын табып ҡыуанһа, бәғзеләр уҡытыусыһына хөрмәт һүҙҙәрен теҙә.
Ҙур тантана беҙҙә – мәктәбебеҙҙең 50 йыллыҡ юбилейы. Белем усағында тәрбиәләнгән уҡыусылар, төрлө һөнәр алып, республикабыҙға, илебеҙгә лайыҡлы хеҙмәт итә. “Ғорурланырлығың бар, мәктәбем. Ярты быуат бушҡа уҙмаған. Ана, күпме тәрбиәләнеүсең һиңә хөрмәт йөҙөнән ҙур байрамыңа йыйылған”, – тип өндәшәм уйымдан. Бында бит минең эҙҙәрем дә һаҡлана. Белем алған осором, уҡытыусылыҡ йылдарым иң матур мәл, татлы хәтирә булып күңелемә уйылған. Байрамда башҡалар ҙа, һис шикһеҙ, ошондай йылы хис-тойғо кисергәндер.
Артабан халыҡ мәҙәниәт йортонда үтәсәк тантанаға йыйылды. Араларында күренекле милләттәштәребеҙ Тимерғәле Килмөхәмәтов, Ирек Кинйәбулатов, Фәнзил Санъяров, Фәнил Ҡоҙаҡаев, Салауат Кәримовтар ҙа бар ине. Тантаналы сарала сығыш яһаған һәр кем күңелендә йыйылған иң йылы һүҙҙәрен еткерҙе, мәктәп коллективына, ауыл халҡына уңыштар теләне.
– Ғүмеремдең иң матур мәле Һәүәләй урта мәктәбендә директор вазифаһында үтте, – тип хәтирәләргә бирелде, мәҫәлән, элекке директор Рәфил Халиҡов. – Эшкә һәләтле, тәрән белемле уҡытыусыларҙан берҙәм, ныҡлы коллектив туплауға өлгәштек. Гелән алдынғылар рәтендә булдыҡ. Ошо юлды лайыҡлы дауам иткән барлыҡ уҡытыусыларға ҙур рәхмәт.
Башҡорт дәүләт университеты профессоры, яҙыусы Тимерғәле Килмөхәмәтов та мәктәптең уңыштарын юғары баһаланы.
– 1965 йылда был бина элекке баҫыу урынында ҡалҡып сыҡҡайны, – тине ул. – Был ерҙәрҙең уңдырышлы тупрағы заманында игендән юғары уңыш бирҙе. Шөкөр, мәктәп тә, шул баҫыуҙай, төплө белемле уҡыусылар тәрбиәләп, төбәгебеҙҙе тырыш, намыҫлы һөнәр эйәләре менән тәьмин итә.
Тимерғәле Әбделғәлим улы уҡыу йортона Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев исемен биреп, мәғрифәтсе яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштереүҙең өлгөрөп еткән мөһим мәсьәлә икәнен билдәләне. Алдынғы уҡыусыларға меңәр һум премия булдырыуы хаҡында ла әйтеп ҡыуандырҙы олуғ яҡташыбыҙ.
Йыр-моң менән үрелеп барған байрам тантанаһы һәр кемдең күңелендә йылы хис-тойғо ҡалдырҙы. Байрам тамам. Ә мәктәп үҙ тормошон артабан дауам итә. Ныҡлы, ышаныслы аҙымдар менән киләсәккә табан атлай ул.